Изге йола буйынса, быйыл гәүһәр һәм алтын туйҙарын билдәләгән парҙарҙы хөрмәтләп уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Тантанаға Һултантимер ауылынан Хөрмәтулла Фәтхулла улы һәм Мәрзиә Шөғәйеп ҡыҙы Ғәлиевтар, Матрай ауылынан Ғәләүетдин Сәйфетдин улы һәм Бүләкбикә Сәмиғулла ҡыҙы Аҡҡускаровтар, Йомағужа ауылынан Шәфҡәт Сәғит улы һәм Дилара Абдулла ҡыҙы Салауатовтар, Ҡашҡар ауылынан Ислам Мәһәҙи улы һәм Алма Лотфулла ҡыҙы Амантаевтар саҡырылды.
“Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы Йылайырҙан Рөстәм һәм Айгөл Ураҡовтарға бирелде.
Яңы тормош ҡороусы Тимур һәм Мария Мумладзе ғаиләһенә лә иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Сара байрам концерты менән тамаланды.
Барығыҙға ла ғаилә именлеге, бәхете теләйбеҙ. Пар аҡҡоштай парлы булып, бер-берегеҙгә тоғро ғүмер кисерергә яҙһын!