Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Сентябрь , 14:15

Бишбармаҡ шоу - Гөлназ Йосопова,Айгиз Ҡунафин

"Бишбармаҡ-шоу" яңы сезонын асты! Уның тәүге сығарылышы ҡунаҡтары - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова һәм айти белгес, "Һомай" тәүге башҡорт аҡыллы колонкаһы авторы Айгиз Ҡунафин.

Бишбармаҡ шоу - Гөлназ Йосопова,Айгиз Ҡунафин
Бишбармаҡ шоу - Гөлназ Йосопова,Айгиз Ҡунафин

Уйын-көлкөгә ҡоролған был сығарылышта, һәр ваҡыттағыса, етди һорауҙарға яуап эҙләнелде. Башҡорт телен популярлаштырыу, цифрлаштырыу өлкәһендә ниндәй яңылыҡтар бар? Башҡорт Асыҡ КВН Лигаһының "Бишбармаҡ-шоу" проектында ҡунаҡта - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова һәм айти белгес, "Һомай" тәүге башҡорт аҡыллы колонкаһы авторы Айгиз Ҡунафин. Башҡорт Асыҡ КВН Лигаһының "Бишбармаҡ-шоу" проекты авторҙары тамашасыларын өр-яңы сығарылыш менән ҡыуандырҙы. Алып барыусылар Урал Кәримов һәм Илһам Ишкинин был юлы "бишбармаҡ" менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова һәм айти белгес, "Һомай" тәүге башҡорт аҡыллы колонкаһы авторы Айгиз Ҡунафинды "һыйланы". Улар, үҙ сиратында, башҡорт телен популярлаштырыу, цифрлаштырыу өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.

 

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: