

Тыуған республикаһынан посылка алған һайын Рәмил исемле Аҡъяр ауылы егете лә бының менән бик ғорурлана.
- Мең саҡрым алыҫлыҡта һинең өсөн борсолоуҙарын, һиңә ышаныуҙарын аңлау, милләтенә һәм йәшәү урынына ҡарамаҫтан, халҡыбыҙҙың берҙәмлеген күреү, иҫ китмәле тойғо бирә, - ти “Кәрим” позывнойлы яугир.
Уның һүҙҙәренсә, тап шунда, алғы һыҙыҡта, “гражданка”ла ғәҙәти булған күп нәмәләр бөтөнләй икенсе мәғәнәгә һәм ҡиммәткә эйә була. Хәйер, барыһын да баштан һөйләйек...
Ошо көндәрҙә беҙҙең редакцияла ҡәҙерле ҡунаҡ булды. Ул күрше Хәйбулла районынан килде. Һәм уның маҡсаты бик изге ине - беҙҙең гәзит аша МХО яугирҙәренә ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткереү.
“Кәрим” менән беҙ бер сәғәттән ашыу рәхәтләнеп һөйләштек. Уның бар булмышы илһөйәрлек, батырлыҡ, туғанлыҡ рухы, шулай уҡ тиҙ арала еңеүгә ышаныу һәм иҫ киткес тормош һөйөүсәнлек менән һуғарылған...
Батыр яугир Хәйбулла районынан. Бөтә малайҙар кеүек үк етеҙ һәм шуҡ булып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, водитель һөнәрен үҙләштерә. Әрмегә барыу ваҡытын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ул ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, ә һуңынан контракт буйынса ҡала. 2003 йылда “Кәрим” ҡыҫҡартыуға эләгә. Ошо көндән уның тыныс тормошо башлана. Өйләнә, бәхетле ғаиләлә ике ул тыуа. Ғаилә башлығы Семеновск руднигына йөк машинаһы водителе булып эшкә урынлаша. Тормош үҙ яйы менән алға тәгәрәй, әммә 2022 йылдың көҙөндә барыһы ла үҙгәрә.
- Украиналағы ваҡиғаларҙы башынан уҡ борсолоп күҙәтеп бара инем. Хәрби кеше булараҡ Рәсәйҙең был хәлдәрҙән ситтә ҡалмаясағын аңланым. Шулай уҡ Ватандың мине беренселәрҙән булып саҡырасағын да белә инем, шуға күрә рухи яҡтан мобилизацияға әҙер инем, – тип һөйләй яугир.
Тәүҙә “Кәрим” Ҡыҙыл Лиман – Кременная йүнәлешендә һуғыша. 2023 йылда ҡаты яралана. Ул Калиниград ҡалаһының госпиталендә аңына килә.
- Үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, мине һуғыш яланынан алып сыҡҡан батальон комбатына рәхмәт. Шулай килеп сыҡты, һуңынан миңә уны дошман дронынан ҡотҡарырға тура килде. Ғөмүмән, һуғышта хәрби иптәштәргә ҡарата айырым мөнәсәбәт барлыҡҡа килә. Беҙ бер-беребеҙгә терәк-таянысбыҙ, яуҙа ла был көс-дәрт бирә.
Шулай уҡ яугир ғаиләнең хәстәрен тойоу ҙа бик әһәмиәтле булыуын билдәләй.
- Яҡындарым минең яныма Калининградҡа килеп етте. Үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр, был яҡын ара түгел. Ғаиләмдең һөйөүен тойоп, бынан көс алып, тиҙ арала һауығып, кире хеҙмәткә ҡайттым, - ти “Кәрим”.
Был юлы уны Днепропетровск йүнәлешенә күсерәләр. Быға тиклем “Кәрим” урманлы ерҙәрҙә хеҙмәт итә һәм маскировка менән артыҡ проблемалар булмай. Ә бында бар урында тиерлек дала. Шуға күрә төҙөлөш материалдарына ихтыяж барлыҡҡа килә. Яугир, оҙаҡ уйлап тормай, Йылайыр районының ағас менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарына мөрәжәғәт итә. Уның үтенесенә Сергей Евгеньевич Бусарев һәм Ринат Рәшит улы Усманов яуап бирә. Шул ваҡыттан алып улар араһында ныҡлы ысын дуҫлыҡ барлыҡҡа килә.
- Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдарымда, ваҡыт етмәүгә ҡарамаҫтан, мотлаҡ рәүештә беҙгә ярҙам итеүселәрҙе күрергә тырышам. Һәм бөгөн мөмкинлектән файҙаланып, һеҙҙең гәзит аша уларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен белдерергә теләйем. Улар ебәргән төҙөлөш материалдары ярҙамында беҙ яугирҙәр өсөн ышыҡланырға урын, танктар һәм артиллерия өсөн япмалар эшләйбеҙ. Шулай итеп, был егеттәр еңеүгә ҙур өлөш индерә. Беҙҙең 80-се танк полкына “Семеновский рудник” ЯСЙ-һы етәкселеге: генераль директор урынбаҫары Николай Александрович Ивашов, генераль директорҙың беренсе урынбаҫары Вадим Ренат улы Ғибәҙуллин һәм производство-техник бүлек начальнигы Фидан Фирғәт улы Вәхитов та ныҡ ярҙам итә. Уларға ҙур рәхмәт! Ғөмүмән, Хәйбулла, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары ирекмәндәренең барыһын да билдәләп үтергә теләйем, улар бергәләшеп беҙҙе иң кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә. Баймаҡ ҡалаһынан журналист-волонтер Лилиә Такаеваға һәм уның ире Рәилгә лә рәхмәт белдерәм. Улар бер нисә мәртәбә алғы һыҙыҡҡа сығып, беҙгә гуманитар ярҙам алып килде. Яратҡан ҡатыным Зиләгә рәхмәт, ул да ирекмәнлек эшенә әүҙем ҡушылды, – тип һөйләй “Кәрим”. – Ирекмәндәр - халыҡ ярҙамын яугирҙәргә еткереүселәр. Тап уларҙың ярҙамы, даими килеп еткән маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, кейем менән бергә беҙ, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр, тотош Рәсәйҙең беҙҙең яныбыҙҙа икәнлеген һәм Еңеү өсөн барыһын да эшләргә әҙер булыуҙарын аңлайбыҙ...