+24 °С
Ямғыр


Район ветерандар Советы рәйесе Надежда Ивановна Булавина етәкселегендә оло ағай-апайҙар бында эшкә йөрөгән кеүек килә. Улар өсөн ял көндәре лә, насар һауа торошо ла юҡ. Сөнки ҡайҙалыр меңәр саҡрым алыҫлыҡта кемдеңдер ғәзиз улы йәки атаһы мәкерле дрон һөжүмен кире ҡаға, һуңғы көскә яралы иптәшен яу ҡырынан сығара. Ә бит уларға ла беҙҙең ярҙамыбыҙ, ышаныслы тылыбыҙ кәрәк. Изге доғаларын эстән ҡабатлай-ҡабатлай, күктәрҙән тиҙерәк тыныслыҡ килеүен һорай-һорай үрелгән һәр селтәр әллә нисәмә яугирҙең ғүмерен ҡотҡарырға, әллә күпме хәрби техниканы һаҡлап алып ҡалырға һәләтле. Был хаҡта ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ үҙҙәре һөйләй.