Ауыл уттары
+6 °С
Облачно
Йәмғиәт
9 Августа 2020, 16:52

#кәңәш_бирегеҙ

Беҙгә яҙалар:“Төркөмдә ултырған апайҙарҙан кәңәш кәрәк ине... Кейәүҙәмен, 4 һәм 1,5 йәшлек балаларым бар. Өлкән ҡыҙымды кейәүгә бармаҫтан алда, башҡа кешенән тапҡайным. Бараһы яҡшы, тик ҡәйнәм өлкән ҡыҙымды яратмай. Башта был артыҡ беленмәй ине, әҙрәк йәшәгәс күнегеп, йылынып китер, тип уйланым. Икенсе балам тыуғас, уны алдынан төшөрмәй һөйә, үбә, иркәләтә, ә өлкән ҡыҙыма бер йылы итеп ҡарап та алмай, ә ул инде шул тиклем ҡәртәсәй, тип өҙөлөп тора. Хәҙер бәләкәй булғас, ул аңлап тә етмәйҙер, үҫкәс ҡыйын булыр инде... Ҡәйнәм яҡшы кеше лә ул, тик баламды ла йәлләйем. Ни эшләргә икән? Аралашыуҙы кәметергәме? Ҡәйнәм менән һөйләшергәме? Нимә тейем инде мин уға, көсләп яраттырып булмай бит... Кәңәш бирегеҙ инде, зинһар!”

Добавить в предпочтительные источники Google
Читайте нас