Был көндө үҙәк майҙанда алдынғы уҡыусылар өсөн ысын байрам ойошторолдо. Уларҙы район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов ҡотлап, Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың бүләктәрен тапшырҙы. Райондың башҡа мәктәптәренән дә уҡыу алдынғылары, әүҙем уҡыусылар, төрлө олимпиадаларҙа еңеүселәр бүләктәр алып ҡыуанды.
Беҙҙең район мәктәптәрендә шундай әүҙем балалар күп уҡығанына һөйөнәм. Иманым камил – һеҙҙе ҙур киләсәк көтә! Балаларға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм уҡыуҙарында уңыштар теләйем! – тине район башлығы.
Барыбыҙ ҙа Яңы йылды көтәбеҙ, мөғжизәгә ышанабыҙ! Уның яҡынлашыуын һөйөнсөләгәндәй, район үҙәгендә Ҡыш бабайҙар парады ла булды. Үҙәк майҙан был көндө Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа тылсым эйәләре менән тулды. Уҡыусылар улар менән уйнап, йырлап, байрам кәйефен арттырҙы.