Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май , 09:00

Заманса технологиялар ҡулланыласаҡ.

Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса ремонт эштәре башҡарғанда яңы, заманса технологиялар ҡулланыласаҡ.

Мәҫәлән, юлдар һәм тротуарҙарҙың асфальт-бетон япмаһының өҫкө ҡаты Superpave күләмле проектлауы буйынса яһалған асфальт менән түшәләсәк. Уның төп үҙенсәлеге шунда – япма транспорт хәрәкәтенең көсөргәнешлеген һәм төбәктең климат үҙенсәлектәрен күҙаллап һайлана.
Фото pravitelstvorb.ru