Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2021, 09:05

Зөбәйер Арыҫланбаевтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды!

Уҙған йылдың июнь айында район халҡы изге йәнле, эшһөйәр табип-стоматолог Зөбәйер Исмәғил улы Арыҫланбаев менән хушлашты... Халыҡ яратҡан табиптың вафатына бер йыл тигәндә, һәр ҡайһыбыҙҙың хәтерендә оло йөрәкле, киң күңелле кеше булып иҫтә ҡалған ауылдашыбыҙ иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Зөбәйер Исмәғил улы халыҡ күңелендә ярҙамсыл, ихлас табип булып ҡаласаҡ. Белеүебеҙсә, Зөбәйер Исмәғил улына дауаланырға Матрай ауылы халҡы ғына түгел, күрше ауылдарҙан, хатта күрше өлкәләрзән килә торғайнылар. Уның иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһына ла уны әле лә яратып иҫләгән пациенттары, дуҫтары һәм туғандары килде.
Зөбәир Исмәғил улы Арыҫланбаев 1961 йылда Матрай ауылында тыуған. 1990 йылда башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Йәш белгес табип-стоматолог һөнәре буйынса Сибай ҡала дауаханаһында интернатура үтә. 1991 йылда иһә Матрай дауаханаһына табип-стоматолог-терапевт булып эшкә ҡайта. Дөйөм хеҙмәт стажы 29 йыл тәшкил итә.
Уны барыһы ла табип-хирург-стоматолог, табип-ортопед-стоматолог, табип-терапевт-стоматолог һәм балалар теш итабибы итеп ҡабул итә һәм мөрәжәғәт итә.
- “Кеше ике тапҡыр үлә: тәүгеһендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай, икенсеһендә уның хаҡта хәтер юйылһа. Икенсе тапҡыр үлеүе ҡурҡынысыраҡтыр, икенсе тапҡыр ул, мотлаҡ, йәшәргә тейеш!” – тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Зөбәйер Исмәғил улының бар ғүмере беҙҙең дауахана менән бәйле булды. Ул стоматолог булараҡ ҡына түгел, ә бөтә яҡлап белемле, тәжрибәле табип булараҡ хөрмәтле ине. Зөбәйер Исмәғил улын барыһы ла Хоҙайҙар табип ти торғайны... – тине үҙ сығышында Матрай ауыл биләмәһе башлығы Илмир Йәрмөхәмәтов.
Читайте нас: