Ауыл уттары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2021, 11:10

* * *

Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тикТәүге мөхәббәтен үҙенең, -Йә нәфрәте итеп

һаҡлай уны,
Йә ғүмергә һөйә өҙөлөп.

Ә ҡалғаны - зәңгәр тулҡын һаны -
Йылдар упҡынында йотола.
Тәүге хистәр, тәүге кистәр генә
Ай серендә һаҡлап тотола.

Үткәне юҡ ҡатын-ҡыҙҙың бөгөн,
Үпкәне юҡ, кисә үпһә лә...
Тик йырҙарға күскән тойғоларға
Упҡындар юҡ, йылдар үтһә лә!

(Рәми ҒАРИПОВ).
Фото: https://bigbookname.com/user/svetlana-lapshtaeva-12121047
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: