Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2021, 17:05

АРТИСТ ЗИЛАИРҘЫ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ? Ә ИСҠУЖды?

Шул тиклем талантлы яҡташыбыҙ булған. Ҡурайсы, йырсы, шағир, яҙыусы, ғалим...

АРТИСТ ЗИЛАИРҘЫ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ? Ә ИСҠУЖды?
АРТИСТ ЗИЛАИРҘЫ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ? Ә ИСҠУЖды?

Һүҙ Зәбих Исҡужин тураһында бара. Күптәр был исемде уҡып түгел, ишетеп тә белмәйҙер. Хәҙер уның хаҡында уҡып танышыу мөмкинлеге бар – күптән түгел З.Исҡужиндың тормошо һәм ижады тураһында филология фәндәре кандидаты, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатованың китабы донъя күрҙе. “Зәбих Исҡужин. Иҙел ярында Һаҡмар егете” тип атала.

Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә (25 йәшендә ҡапыл ғына вафат була) үҙ тырышлығы менән белем алып, башҡорт һәм татар әҙәбиәтендә тәнҡит мәҡәләләре менән танылыу яулаған ғалим 1931-1936 йылдарҙа Ш.Бабич ижады буйынса диссертация яҙа, күренекле татар шағиры Һаҙи Таҡташ ижадын өйрәнә, “Совет әҙәбиәте”, “Октябрь” журналдарында күләмле мәҡәләләр баҫтыра. 1935 йылдың көҙөнән Артист Зилаир псевдонимы менән Татарстандың республика радиокомитетында эшләй, ә “Исҡуж” тип уға дуҫы Баязит Бикбай өндәшә. Әйткәндәй, З.Исҡужин вафат булғас, уның туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашырға Мәҡсүткә килеп китә Бикбай. Уның буласаҡ мәшһүр композитов Хөсәйен Әхмәтовты Ҡазанда музыка техникумына уҡырға индерешеп ебәреүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй.

Китапта Зәбих Исҡужин үҙе яҙған, уға яҙылған хаттар, телеграммалар, көндәлектәренән өҙөктәр, бик күп фотографиялар бирелгән. Ә инде тарихсы яҡташыбыҙ Фуат Сөләймәнов тарафынан төҙөлөп, китаптың алғы һәм артҡы форзацтарында баҫылған шәжәрә – барлыҡ Исҡужиндар нәҫеле өсөн үҙе бер ҙур бүләк.

Китапты Зәбих Исҡужиндың Хәйбулла районы Татырүҙәк ауылында йәшәгән ике туған ҡустыһы Зада Рәхимйән улы Исҡужиндан һатып алырға була. Телефоны: 8-937-336-98-82.

Фәрит Мортаев.

АРТИСТ ЗИЛАИРҘЫ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ? Ә ИСҠУЖды?
АРТИСТ ЗИЛАИРҘЫ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ? Ә ИСҠУЖды?
Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: