Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2021, 21:47

64 йыл элек Юлдыбайҙа... һәм, әлбиттә, бөтә ерҙә лә

Бына, ниһайәт, Дәүләт думаһы депутаттарын һайлау буйынса тауыш биреү тамамланды, һайлау участкалары ябылды, урналар асылды һәм әлеге мәлдә һайлау комиссиялары тауыштарҙы һанау менән мәшғүл. Ярай, улар һанай торһон, ә мин һеҙгә...

64 йыл элек Юлдыбайҙа... һәм, әлбиттә, бөтә ерҙә лә
64 йыл элек Юлдыбайҙа... һәм, әлбиттә, бөтә ерҙә лә

Ә мин һеҙгә 1957 йылдан килеп еткән бәләкәй генә хәбәрҙе тәҡдим итәм. Әле бына “Район гәзитенә – 90 йыл” рубрикаһына элек архивтан алынып һаҡланып ҡалған материалдарҙы ҡарап ултырғанда, араларында “Коммунизм өсөн” гәзитендә баҫылған ошо мәҡәлә лә килеп сыҡты. Ниндәй һайлау булғандыр – мәҡәләлә әйтелмәгән. Өлкән йәштәгеләр хәтерләйҙер, ул заманда һайлауҙа берҙән-бер тәҡдим ителгән кандидат өсөн тауыш биреп сығаһың да... әйҙә, туйғансы байрам ит, ҡунаҡҡа бар, ҡунаҡ саҡыр... Бына юлдыбайҙар өсөн дә “Шатлыҡлы байрам” булған ул көн. Бәлки мәҡәләлә телгә алынған кешеләрҙе таныусылар ҙа табылыр. Яҙығыҙ комментарийҙарығыҙҙы.

 

ШАТЛЫҠЛЫ БАЙРАМ

Юлдыбай ауылында һайлауҙар көнө ҙур һәм шатлыҡлы байрам көнө булды.

Иртәнге 6 сәғәттә һайлау участогы ишектәре асылды. Һайлау комнаталарына бер-бер артлы һайлаусылар инәләр. Улар араһында ҡарт һайлаусыларҙан 82 йәшлек Ә. Исәкәев, 77 йәшлек С.Нураев һәм башҡа иптәштәр. “Һаҡмар” колхозы көтөүсеһе Зиннәт Дәүләтчурин, йәш һайлаусыларҙан А. Айтҡолов, Р. Амантаев, Н. Галкин иптәштәр беренселәр рәтендә тауыш бирҙеләр.

М.Ҡашҡаров.

№ 19.

  1. PS. Үрҙә әйткәнемсә, быйыл декабрҙә район гәзите сыға башлауға 90 йыл тула. Ошо айҡанлы һеҙҙе архив материалдары, фотоһүрәттәр менән артабан да таныштырып барырға тигән ниәт бар.

Фәрит Мортаев.

Источник картинки: Газета.ру

64 йыл элек Юлдыбайҙа... һәм, әлбиттә, бөтә ерҙә лә
64 йыл элек Юлдыбайҙа... һәм, әлбиттә, бөтә ерҙә лә
Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: