Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2021, 10:37

Ниндәй көндә сәс ҡырҡтырырға ярамай?

Дүшәмбе (Ай). Әгәр күңел төшөнкөлөгөнән һәм юҡҡа-барға эс бошоуҙан ҡотолорға кәрәк булһа, ошо көндө һайлағыҙ. Ҡырҡылған сәс менән борсоған кире уйҙар, хәл ителмәгән күптәнге проблемаларҙан арынырһығыҙ. Ә бына шишәмбе, шаршамбы һәм йәкшәмбе тыуғандар өсөн, киреһенсә, был көн сәс ҡырҡтырыу өсөн яҡшы түгел…

Ниндәй көндә сәс ҡырҡтырырға ярамай?
Ниндәй көндә сәс ҡырҡтырырға ярамай?

Шишәмбе (Марс). Кемдең физик хәле мөшкөлләнгән, бер төрлө тормоштан ялҡҡан, үҙенә ҡыйыулыҡ, ихтыяр көсө етешмәй нәҡ ошо көндә сәс ҡырҡтырыу кәрәк. Дүшәмбе йәки йома көндө тыуғандарға ярамай.

Шаршамбы (Меркурий). Был көндә сәс ҡырҡтырыу нервы системаһын тәртипкә килтерә, логик фекерләүҙе әүҙемләштерә, хәтерҙе яҡшырта, белем үҙләштереүҙә һәләтте арттыра, кешеләр менән аралашыуҙа еңеллек бирә. Тик кесаҙна тыуғандар өсөн түгел.

Кесаҙна (Юпитер). Был көндә сәс ҡырҡтырыу эргә-тирәләгеләр менән үҙ-ара мөнәсәбәттә ыңғай үҙгәрештәр булдырыу һәм социаль йүнәлештәге проблемаларҙы хәл итеү менән бәйле. Ғәҙелһеҙлектәр менән осрашһағыҙ, үҙегеҙҙе уңышһыҙ тип уйлаһағыҙ, ошо көндө һайлағыҙ. Ә шаршамбыла тыуғандар, һеҙгә ярамай!

Йома (Венера). Сәс ҡырҡтырыу өсөн бик шәп көн. Был көндә яҙмышты үҙгәртерлек хәл-ваҡиғалар, танышлыҡтар көтөлә. Шишәмбе тыуғандар өсөн сәс ҡырҡтырыу уңышлы һаналмай.

Шәмбе (Сатурн). Сәс ҡырҡтырыу өсөн ыңғай көн иҫәпләнә - сәс дөйөм һауыға, яҙмышты яҡшыға үҙгәртә, сабыр булырға, һәләттәрҙе асырға ярҙам итә, психиканы тигеҙләй, матди хәлде нығыта. Йәкшәмбе тыуғандар ғына ул көндә ҡырҡтыра алмай.

Йәкшәмбе (Ҡояш). Һәр йәһәттән дә сәс ҡырҡтырыу өсөн насар көн. Үҙеңдән уңышты ҡасырырға мөмкин. Ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеү юлында торһағыҙ йәки ниндәйҙер эште тамамлау өҫтөндә икәнһегеҙ, был көндө бөҙрәханаға яҡын да юламағыҙ. Бигерәк тә дүшәмбе көн тыуғандарға кирелек ныҡ һиҙеләсәк.

Шулай уҡ Айҙы ла дөрөҫ һайларға кәрәк: тулып барғанында ҡырҡтырғанда сәс тиҙерәк үҫәсәк, кәмеп барғанында иһә сәс ныҡ булыр, тик яй үҫер.

Сығанаҡ: "Советы народной медицины".

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: