Ауыл уттары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2021, 14:51

Мәҙәктәр. Ике күрше

Ике күрше Фәсхиямал менән Кәримәнең тыныс, татыу, дуҫ булып йәшәгәндәре һирәктер. Бер мәл магазинда әйбер артынан сиратта торалар. Билдәле, бөтә хәбәр янсығы шунда инде. Матур ғына һөйләшеп торғанда, сәйәсәткә инеп киттеләр. Фәсхиямал…

Мәҙәктәр. Ике күрше
Мәҙәктәр. Ике күрше

Ике күрше Фәсхиямал менән Кәримәнең тыныс, татыу, дуҫ булып йәшәгәндәре һирәктер. Бер мәл магазинда әйбер артынан сиратта торалар. Билдәле, бөтә хәбәр янсығы шунда инде. Матур ғына һөйләшеп торғанда, сәйәсәткә инеп киттеләр.

Фәсхиямал… коммунистарҙы маҡтаны, Кәримә демократтарҙы яҡланы. Көрәш ике яҡтың да еңелмәүе менән тамамланды. Шунан һуң ай ярым һөйләшмәй йөрөнөләр. Ике күрше һәйбәт кенә йәшәй башлағайнылар, тағы сәбәп табылды: ирҙәре ҡайҙалыр эскәндәр ҙә сәкәләшеп алғандар. Ошо хәлгә кем түҙһен инде! Бик оҙаҡ ваҡыт бер-береһенән һаулыҡ та һорашманылар. Был да онотолоп бөткәйне, Кәримәнең малайы Фәсхиямалдың ҡыҙының уйнап йөрөгәндә сәсенән тартҡан. Тегенеһе шарылдап илап кергән дә киткән… Ярай, был да ҡасан да булһа онотолдо, ти. Тик барыбер ике ҡатынға оҙаҡ ваҡыт матур һәм татыу йәшәргә яҙмағандыр. Сөнки ауылдаштары бөгөн генә әлеге күршеләрҙең һыйырҙары һөҙөшөп торғандарын күргәндәр… Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, шунан һуң да нисек тыныс, матур йәшәйһең инде?!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: