Ауыл уттары
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2021, 15:22

Йөҙйәшәрҙән бер нисә кәңәш

105 йәшенә тиклем эшләгән йөҙйәшәр, бик шәп кәңәштәр бирә

Йөҙйәшәрҙән бер нисә кәңәш
Йөҙйәшәрҙән бер нисә кәңәш

105 йәшенә тиклем эшләгән йөҙйәшәр Сигэаки Хинохара кеше ғүмерен оҙонайтыу юлдарын, алымдарын ғүмеренең аҙағына ҡәҙәр тикшергән, өйрәнгән.
Иғтибар итегеҙ:
“Шатланығыҙ. Сирләһәгеҙ ҙә, бер ҡасан да зарланмағыҙ. Бигерәк тә башҡаларға һөйләмәгеҙ. Шатлыҡ – ауыртыуҙы баҫыу һәм ауырлыҡты еңеү өсөн иң яҡшы сара. Стресҡа бирелмәгеҙ.
Матди байлыҡҡа артыҡ иғтибар итмәгеҙ. Ҡайһы берҙә уның кәрәкмәгән йөк булыуы бар. Байыйым, тип, ябай, әммә файҙалы нәмәнән баш тартһағыҙ, бер айлыҡ булған байлыҡ һеҙгә яңы баш ауыртыуы килтереүе ихтимал. Белегеҙ: теге донъяға байлыҡты алып китеп булмай.
Хәрәкәт итегеҙ. Даими физик әүҙемлек сәләмәтлеккә 8 йәштә лә, 80 йәштә лә ныҡ файҙалы. Магазинға йәйәү йөрөгөҙ. Юғары ҡаттарға лифтта түгел, ә баҫҡыстан менегеҙ. Беҙ 8 сәғәт буйына эш өҫтәле алдында ултырыр өсөн яралтылмағанбыҙ.
Күп ашамағыҙ. Ашҡаҙанды юҡ-бар ризыҡ менән тултырыу – гонаһ. Артыҡ ашау һимертә лә. Ә һимеҙлектең бер файҙаһы ла юҡ. Зыяны бар”.
Бына шулай йәмәғәт. Япон дөрөҫ әйткән бит. Уның тағы бер фекере ҡыҙыҡ:
“Әгәр ҙә һеҙгә пенсияға сығырға кәрәк икән, 65 йәштән һуң сығығыҙ. Әлбиттә, эшегеҙ стресс хәүефе менән бәйле булмаһа. Оҙаҡ эшләгән кеше оҙаҡ йәшәй. Эшләй алмаһағыҙ, волонтер булып та йөрөргә мөмкин. Иң мөһиме – әүҙемлек”.
Беҙҙең етәкселәр пенсияға сығыу йәшен белмәй оҙонайтмағандыр. Беҙҙең оҙаҡ йәшәүҙе теләүҙәренәндер...

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: