Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2021, 15:16

Көтә мине тыуған ауылым

Һаҡтау ауылы ҡыҙы Рәсилә Вилданованың матур һәм йөкмәткеле ижады менән танышығыҙ

Көтә мине тыуған ауылым
Көтә мине тыуған ауылым

Көтә мине тыуған ауылым


Көтә мине тыуған ауылым
Көтә атай – әсәйем.
Көтә мине иң ҡәҙерле,
Ғәзиз тыуған йортҡайым.
Ваҡыт үтә юлдар төшмәй,
Күңелкәйем бошона.
Уйланғанға тыуған яғым,
Керҙе бөгөн төшөмә.
"Ҡайтып төштөм ауылыма,
Атлайым өйгә табан.
Ауылдаштар ҡул болғайҙар,
Күреп ҡалып урамдан.
Ихатаға килеп еткәс,
Ҡаршы алды атайым.
Өйгә инhәм, тәмле итеп
Ҡоймаҡ ҡоя, әсәйем"
Эх, шул бәхетле мәлдәр
Өнөмдә булhа икән...
Оҙаҡ ваҡыт көттөрмәйсә
Беҙ ҡайтып керhәк икән.

 

hоҡланабыҙ әсәй, рухың көсөнә


Һоҡланабыҙ әсәй, рухың көсөнә
Ауырлыҡтар hине йыҡмаған.
Йыйырсыҡтар йөҙөңә сыҡhа ла,
Арыуҙарың бер ҙә сыҡмаған.

Һыҙланыуҙар hине йонсотhа ла,
Күрhәтмәнең бер ҙә күҙ йәшен.
Озаҡ йылдар сирләп ултырhаң да,
Ауырыйым, – тип бер ҙә әйтмәнең.

Биш балаға, беҙгә ғүмер бирҙең,
Айырмайса тигеҙ ҡараның.
Йәлләмәйсә барлыҡ көсөңдө,
Бер тиң итеп наҙлап үҫтерҙең.

Буй еткереп сығып китhәк тә,
Кәрәк беҙгә төплө кәңәшең.
Туҡтап ҡалhаҡ тормош юлында,
Кәрәк беҙгә hинең терәгең.

Ауыр hүҙҙәр әйтеп күңелеңде,
Рәнйеткән дә саҡтар булғандыр.
Беҙ тыңламай, ишетмәһәк,
Нескә күңелдәрең тулғандыр.

Упкәләткән булhаҡ әгәр, әсәй
Зинhар өсөн беҙҙе ғәфү ит.
Бар йөрәктән рәхмәт әйтәбеҙ,
Ихлас күңелең менән ҡабул ит.

 

Уйҙарымда ҡайтып килдем

Уйҙарымда ҡайтып килдем
Бала сағым иленә.
Был тормоштоң онотолмаҫ,
Иң бәхетле мәленә.
Ҡайҙа ҡалды шул ваҡыттар,
Әйләнеп ҡайтhаң икән.
Атай - әсәй ҡосағына,
Һыйынып ятhаң икән.
Ҡайҙа ҡалды уйнап үҫкән,
Бала сағым дуҫтары.
Ялан тәпәй йүгереп йөрөгән,
Ауылым hуҡмаҡтары.
Ҡышы етhә бергәләшеп,
Санала шыуа инек.
Яҙы етhә күләүектә,
Кәмә йөҙҙөрә инек.
Көҙө етhә теҙелешеп,
Мәктәпкә бара инек.
Йәйе инде көтөп алған,
Иң бәхетле мәл ине.
Һағынам ҡартәсәйемдең,
Наҙлы, көләс йөҙҙәрен.
Арҡамдан тупылдатып,
Яратып hөйөүҙәрен.
Һағынам әсәйемдең,
Йылы, тәмле икмәген.
Атайымдың атҡа тейәп,
Бесәнгә йөрөткәнен.
Бала сағым әкиәттәй,
Хәтерҙә генә ҡалдың.
Йөрәгемә мәңге hүнмәҫ,
Һөйөү осҡонон hалдың.

Рәсилә Вилданова.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: