Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2021, 11:59

Бауырҙан тәмле һәм еңел генә торт

Бының өсөн: 500 грамм самаһы бауыр 2 баш һуған

Бауырҙан тәмле һәм еңел генә торт
Бауырҙан тәмле һәм еңел генә торт

1 стакан ҡайнаған һөт, 3 йомортҡа ҡыҙыл борос, тоҙ 4-5 ҡалаҡ үҫемлек майы, ярты стакан он
Бауыр менән һуғанды ит үткәргестән сығарабыҙ , ҡайнап һыуынған һөт ҡушабыҙ, йомортҡа, көнбағыш майы, тоҙ, борос, он һалып барыһын бергә яҡшылап болғайбыҙ.
Килеп сыҡҡан шыйыҡсаны йоҡа ғына итеп табаға йәйеп, ике яғынан да бешерәбеҙ.
Эслек әҙерләйбеҙ: 2 баш һуған 2 кишер ауыл ҡаймағы соус тоҙ, борос, базилик, петрушка кеүек тәмләткестәр һалабыҙ.
Эслектең барыһын бергә табала ҡыҙҙырабыҙ, торт йәймәләре араһына һылайбыҙ. Бешергән саҡта эҫе көйө һалынһа, эслеге һеңеп, тәмле һәм һутлы килеп сыға👍🏻.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтар!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: