Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2022, 15:53

Ураҙа тотоу буйынса ҡайһы бер һорауҙарға яуаптар

Яңылыш ризыҡ ашау, төкөрөкте йотоу ...

Ураҙа тотоу буйынса ҡайһы бер һорауҙарға яуаптар
Ураҙа тотоу буйынса ҡайһы бер һорауҙарға яуаптар

Яңылыш ризыҡ ашау
Әгәр, кеше үҙенең ураҙала икәнен онотоп яңылыш ризыҡ ашаһа, йәки һыу эсһә, ул шунда уҡ туҡтарға тейеш һәм ауыҙын һыу менән сайҡатып ураҙаһын дауам итә ала. Был осраҡта уның ураҙаһы боҙолмай.
Әгәр ҙә ураҙала икәнен иҫләгәндән һуң ул кеше туҡтамаһа, уның ураҙаһы боҙола.

Төкөрөкте йотоу
Ауыҙ эсендәге төкөрөктө йотоу ураҙаны боҙмай, әммә төкөрөкте ауыҙ эсендә махсус рәүештә йыйып йотоу ураҙаны боҙа.

Иртәнге сәхәр ваҡытын йоҡлап ҡалһан ураҙа тоторға буламы
Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм сәхәр ашаған кешегә бәрәкәт булыр тип әйтеп ҡалдырған.
Шуға күрә лә сәхәр ашау мөһим.
Сәхәргә һуңлап ҡалып торһағыҙ, әммә һеҙҙең йоҡлар алдынан киләһе көндә лә ураҙа тоторға тигән ниәтегеҙ булһа һәм шулай уҡ был көндө лә ураҙа тотам тип ҡабат ниәтләп йоҡонан торғас ураҙаны тота алаһығыҙ. Ниәтте өйлә( төшкө) намаҙға тиклем башҡарыу хәйерле. Ниәт ҡылынғандан һуң ашау- эсеү һәм ураҙа тыйған бөтә эштәрҙә тыйыла.

Ураҙа ашау- эсеүҙән генә тыйылыумы
Хаталарҙың тағы береһе – ураҙаны ашҡаҙан менән генә тотоп, тәндең башҡа өлөштәрен был ғибәҙәттә ҡатнаштырмау. Ураҙа тотоусы аяҡ-ҡулдарын, күҙ-ҡолаҡтарын һәм телен дә "тыйып тоторға", йәғни гонаһлы йәки гонаһҡа йүнәлеш биреүсе һүҙ-ғәмәлдәрҙән һаҡланырға тейеш. Әгәр ураҙалағы кеше ғәйбәттән, насар һүҙҙәрҙән, күҙ зинаһынан һаҡланмаһа һәм шулай уҡ башҡаларға ҡулы, йәки теле менән зыян килтерһә, уның ураҙаһы, һис шикһеҙ, кәмселекле була.

Намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул буламы
Ураҙа ислам диненең биш нигеҙҙәренең береһе. Намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул булмай тип әйтеү дөрөҫ түгел. Әммә
АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ризалығы өсөн
ураҙа тотҡан кеше намаҙ уҡыуҙы инҡар итергә тейеш түгел, сөнки намаҙҙа ислам дине нигеҙҙәренен береһе.
Дингә килгән кеше иң беренсе аҙымын намаҙ уҡыуҙан , йәки ураҙа тотоуҙан башлауы мөмкин.
ӘлхәмдүлиЛләһ, йыл һайын ураҙа тотоусылар һаны күбәйә.
Ин шаа АЛЛАҺ
улар ураҙа тотоуҙан башлап динебеҙҙе тағы ла ныҡлап өйрәнерҙәр.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: