Ауыл уттары
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2023, 08:50

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуы юлдағы хәлде ҡатмарлаштыра.

Көндәр артабан да берсә йылытып, берсә һыуытып тороуы көтөлә. Төнөн һауа температураһы -8;-13-кә барып етеүе юлдарҙа боҙлауыҡ эшләйәсәк. Шуға күрә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре руль артындағыларҙы үтә һаҡ булырға, тиҙлекте арттырмаҫҡа, машиналар араһында арауыҡты күҙәтергә саҡыра.

Үҙегеҙҙе һәм юлдағыларҙы һаҡлағыҙ! Юл ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ!

Сығанаҡ: https://hakmar.ru/news/novosti/2022-01-07/yuldar-a-a-buly-y-2646500

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: