Ауыл уттары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
9 Март 2017, 19:32

Уңай ҙа, арзаныраҡ та

Рәсәй Федерацияһы Президентының “Дәүләт идараһы системаһын камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәре тураһында” 2012 йылдың 7 майындағы 601-се Указына ярашлы, 2018 йылға дәүләт һәм муниципалитет хеҙмәттәрен электрон формала алыу механизмын файҙаланыусы граждандарҙың һаны кәмендә 70 процентҡа етергә тейеш.

Бөгөн граждандар РФ гражданы паспортын алмаштырыу, Рәсәй Федерацияһы эсендә килгән урында һәм йәшәгән урында иҫәпкә тороу, адрес-белешмә мәғлүмәттәре алыу, сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә Рәсәй Федерацияһында даими йәшәүгә хоҡуҡ документы биреү, сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә Рәсәй Федерацияһында ваҡытлыса йәшәп тороуға рөхсәт ҡағыҙы биреү, Рәсәй Федерацияһында миграция иҫәбен ғәмәлгә ашырыу, Рәсәй Федерацияһы граждандарының үҙ теләге менән дактилоскопия теркәүе үтеү мәсьәләләре буйынса Берҙәм дәүләт һәм муниципалитет хеҙмәттәре порталы аша мөрәжәғәт итә ала.

Дәүләт һәм муниципалитет хеҙмәттәре порталында теркәлеү һәм электрон формала ғариза биреү бик ябай һәм күп кенә өҫтөнлөктәргә эйә. Ошо порталдан файҙаланып ҡарағыҙ һәм бының ни тиклем уңыйлы булыуын үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ.

Һорауҙарығыҙ килеп тыуһа, РФ Эске эштәр министрлығының Йылайыр районы буйынса миграция мәсьәләләре бүлегенә шылтыратығыҙ, телефон: 8 (34752) 2-14-12.

Шулай уҡ быйыл 1 ғинуарҙан әлеге порталда дәүләт хеҙмәттәре өсөн пошлинаны 30 процент ташлама менән түләргә була. Ташлама алыу өсөн Берҙәм портал аша хеҙмәткә ғариза бирергә һәм дәүләт пошлинаһын ҡулсаҡсаһыҙ түләү ысулдарының береһен һайларға кәрәк:

– банк картаһы (MasterCard, Visa, Мир);

–электрон янсыҡ(QIWI, Webmoney, Яндекс. Деньги);

– кеҫә телефоны (федераль операторҙар).

Әгәр шарттар үтәлһә, һеҙ теләһә ниндәй дәүләт пошлинаһын ташлама менән түләй алаһығыҙ, мәҫәлән:

– Рәсәй паспортын яңынан алған өсөн (әгәр юғалтҡан йә боҙған булһығыҙ) 1500 урынына 1050 һум;

– сит ил паспорты алғанда 3500 һум түгел, ә 2450 һум.

Дәүләт пошлиналарын ташлама менән 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем түләргә була – “РФ Һалым кодексының икенсе өлөшөнөң 25.3 бүлегенә үҙгәрештәр индереү тураһында” Федераль закондың (21.07.2014, № 221) 2-се статьяһының 3-сө пункты.

Читайте нас: