Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
30 Октябрь 2017, 18:09

Закондың көсө – уның үтәлеүендә, – тиҙәр суд приставтары

2009 йылдан башлап йыл һайын 1 ноябрҙә Рәсәйҙә Суд приставтары көнө билдәләнә. Беҙҙең илебеҙҙә суд приставтары тураһында беренсе иҫкә алыуҙар Рәсәй феодаль тарҡаулыҡ осоро документ акттарында осрай. 16-17 быуаттарҙа Рәсәйҙә норматив-хоҡуҡи документтарҙы глобаль системалаштырыу менән берҙәм суд системаһы ойошторола.

2009 йылдан башлап йыл һайын 1 ноябрҙә Рәсәйҙә Суд приставтары көнө билдәләнә.

Беҙҙең илебеҙҙә суд приставтары тураһында беренсе иҫкә алыуҙар Рәсәй феодаль тарҡаулыҡ осоро документ акттарында осрай. 16-17 быуаттарҙа Рәсәйҙә норматив-хоҡуҡи документтарҙы глобаль системалаштырыу менән берҙәм суд системаһы ойошторола.

Тап ошо осорҙа суд пристав-тарының хоҡуҡи статусы аныҡ билдәләнә, ә уларҙың функциялары ҡануни нығытыла. Бөгөн Федераль суд приставтары хеҙмәте – суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте тәьмин итеү, суд акттарын, башҡа органдар һәм вазифалы кешеләр акттарын үтәү буйынса, шулай уҡ хоҡуҡ ҡулланыу функцияларын башҡарыусы федераль башҡарма власть органы булып тора.

Суд приставтарының Йылайыр район бүлегендә тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ кешеләр эшләй. Бүлек начальнигы – өлкән суд приставы Ф.И.Илбаҡовтың әйтеүенсә, һәр ҡайһыһы үҙенә йөкмәтелгән хеҙмәт бурыстарын намыҫ менән башҡара. Фаяз Иҡсан улы судта тейешле тәртипте тәьмин итеүсе приставтар Алексей Александрович Романов менән Александр Владимирович Бакановтың (уны һеҙ һүрәттә күрәһегеҙ), үтәтеүсе приставтар Андрей Александрович Баскаков менән Павел Анатольевич Мамыкиндың үҙ бурыстарын уңышлы башҡарыуын айырыуса маҡтап телгә ала.

Читайте нас: