Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
2 Ноябрь 2017, 18:40

“Шәхси финанс хәүефһеҙлеге”

Ошондай темаға район хакимиәтенең ултырыштар залында бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшмә үткәрелде. Унда район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин ҡатнашты. Кәңәшмә 30 октябрҙән 5 ноябргә тиклем Рәсәй Федерацияһының Финанс министрлығы иғлан иткән “Бөтә Рәсәй һаҡлыҡ аҙнаһы – 2017” сиктәрендә ойошторолдо һәм 31 октябрь – Бөтә донъя һаҡлыҡ аҡсаһы көнөнә тап килтерелде.

Ошондай темаға район хакимиәтенең ултырыштар залында бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшмә үткәрелде. Унда район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин ҡатнашты. Кәңәшмә 30 октябрҙән 5 ноябргә тиклем Рәсәй Федерацияһының Финанс министрлығы иғлан иткән “Бөтә Рәсәй һаҡлыҡ аҙнаһы – 2017” сиктәрендә ойошторолдо һәм 31 октябрь – Бөтә донъя һаҡлыҡ аҡсаһы көнөнә тап килтерелде.

Был сараның әһәмиәте ҙур, сөнки бөгөн финанс мәсьәләләре тормоштоң барлыҡ өлкәләренә лә ҡағыла, ә финанс грамоталылығы хәҙерге заман кешеһенә уҡый-яҙа белгән кеүек үк кәрәк. Финанс мәсьәләләрендә мәғлүмәтле кеше үҙ килем-сығымдарын иҫәпләп, ғаилә йәки шәхси бюджетын дөрөҫ алып бара, артыҡ бурысҡа батмай. Финанс грамоталылығы үҙеңдең финанс именлегең менән идара итергә, оҙаҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән пландар ҡорорға һәм уңышҡа өлгәшергә мөмкинлек бирә.

Кәңәшмәлә “УралСиб” банкының Сибай ҡалаһындағы бүлексәһе өҫтәмә офисы идарасыһы С.У.Йомағужин банк депозитына аҡса һалыу миҫалында үҙеңдең финанс хәүефһеҙлегеңде тәьмин итеү механизмы тураһында һөйләне. Һаҡлыҡ банкының Йылайырҙағы өҫтәмә офисы идарасыһы И.И.Такалов һәм “УралСиб” банкының Сибай ҡалаһындағы өҫтәмә офисының турана-тура һатыуҙар буйынса менеджеры Г.Т.Рәсүлева мутлашыусыларға ҡаршы тороу темаһына сығыш яһаны.

Бөгөн беҙ бөтәбеҙ ҙә банк карталарын ҡулланабыҙ. Бына шул картағыҙҙан аҡсағыҙҙы урларға теләгән уғрылар ҙа аҙ түгел хәҙер. Һеҙ банкоматтан аҡса алған саҡта яурынығыҙ аша ҡарап тороп, аҙаҡ картағыҙҙы сәлдерәләрме, банк программаһына хакер һөжүме ойошторалармы – урлашыу, мутлашыу ысулдары күп.

Картағыҙҙан аҡсағыҙҙы урлау ихтимал-лығынан һаҡланыу өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе тотоғоҙ:

– банкоматтан файҙаланғанда пин-клавиа-тураның өҫтөн һәм карта ҡабул иткесте иғтибар менән ҡарап сығығыҙ – уларға берәй сит әйбер беркетелмәгәнме?

– пин-кодты йыйғанда клавиатураны икенсе ҡулығыҙ менән ҡаплап тороғоҙ;

– банк картаһын сит кешеләргә бир-мәгеҙ: уның реквизиттарын үҙҙәре өсөн файҙаланыуҙары бар;

– карта менән операцияларҙы фәҡәт һеҙҙең күҙ алдында эшләүҙәрен талап итегеҙ;

– картағыҙҙың пин-кодын йәки смс-хәбәр менән килгән кодты бер ҡасан да бер кемгә лә әйтмәгеҙ;

– хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: банктар һәм тү-ләү системалары үҙ клиенттарына иҫәп мәғлүмәттәрен һорап хат та ебәрмәй, телефондан да шылтыратмай;

– банкка актуаль бәйләнеш мәғлүмәттәрен хәбәр итегеҙ;

– телефонығыҙҙы смс-иҫкәртеүҙәр хеҙ-мәтенә тоташтырығыҙ, банк карталары хужаларына ярҙам итеү буйынса тәүлек әйләнәһенә эшләүсе хеҙмәттең телефон номерын һәр саҡ үҙегеҙ менән йөрөтөгөҙ – был һеҙҙе картағыҙ буйынса рөхсәтһеҙ операциялар яһауҙан һаҡлар;

– пин-кодты картанан айырым һаҡлағыҙ, уны картаға яҙып ҡуймағыҙ, бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Картағыҙҙы юғалтһағыҙ йә урлатһағыҙ, шунда уҡ уны блокировкалау сараһын күрегеҙ.

Шулай уҡ үҙегеҙҙе иғтибарһыҙлығығыҙ арҡаһында килеп тыуыуы ихтимал булған күңелһеҙ эҙемтәләрҙән һаҡлағыҙ:

– кредитығыҙҙы ваҡытында түләп барығыҙ һәм кредит лимитын арттырмағыҙ – был һеҙҙе кредит тарихы боҙолоуҙан һәм штрафтарҙан һаҡлар;

– картағыҙҙы юғалтмағыҙ – уны яңынан сығарыу өҫтәмә түләүҙәргә килтереүе ихтимал;

– картағыҙҙағы аҡсаны тулыһынса алып бөтөрмәгеҙ – комиссияларҙы түләүгә йәки автоматик түләүҙәргә күпмелер сумма ҡалдырығыҙ;

– эш урынын алмаштырһағыҙ, банкка мөрәжәғәт итеп, үҙегеҙ өсөн актуаль булған мәғлүмәттәрҙе аныҡлағыҙ;

– картағыҙҙы сит илдә файҙаланырға тура килһә, курстар айырмаһы тураһында онотмағыҙ.

Ф.Мортаев әҙерләне.
Читайте нас: