Ауыл уттары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
16 Ноябрь 2017, 18:01

2018 ЙЫЛДА УРЫНДАҒЫ БАШЛАНҒЫСТАРҒА БУЛЫШЛЫҠ ИТЕҮ ПРОГРАММАҺЫНА 400 МИЛЛИОН ҺУМ САМАҺЫ ЙҮНӘЛТЕРГӘ НИӘТЛӘЙҘӘР

2018 йылда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына республика ҡаҙнаһынан 400 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтергә ниәтләйҙәр, тип хәбәр итә Башҡортостандың Финанс министрлығы. 2017 йылда ошо программаны тормошҡа ашырыу өсөн 300 миллион һум бүленгәйне. 436 проект еңеүсе тип танылды, финанслауҙың дөйөм суммаһы, республика һәм муниципаль бюджеттарҙы, шулай уҡ халыҡтың вкладтарын һәм спонсорҙар ярҙамын иҫәпкә алып, 445,4 миллион һум тәшкил итте. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы, уҙған йылдарҙа Башҡортостанда ниндәй проекттарҙы финанслауҙары һәм республикала инициативалы бюджетлауҙың тағы ниндәй механизмдары эшләүе тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.

2018 йылда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына республика ҡаҙнаһынан 400 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтергә ниәтләйҙәр, тип хәбәр итә Башҡортостандың Финанс министрлығы.

2017 йылда ошо программаны тормошҡа ашырыу өсөн 300 миллион һум бүленгәйне. 436 проект еңеүсе тип танылды, финанслауҙың дөйөм суммаһы, республика һәм муниципаль бюджеттарҙы, шулай уҡ халыҡтың вкладтарын һәм спонсорҙар ярҙамын иҫәпкә алып, 445,4 миллион һум тәшкил итте.

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы, уҙған йылдарҙа Башҡортостанда ниндәй проекттарҙы финанслауҙары һәм республикала инициативалы бюджетлауҙың тағы ниндәй механизмдары эшләүе тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.

Читайте нас: