Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
28 Ноябрь 2017, 11:48

Рөстәм ХӘМИТОВ: “Һайлауҙарҙың асыҡ һәм намыҫлы үтәсәгенә ышанам”

Белеүегеҙсә, үткән аҙнала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитов “Рәсәй – Башҡортостан радиоһы”на интервью бирҙе. Республика тормошона ҡағылышлы күп һорауҙар араһында киләһе йыл үтәсәк һайлауҙар тураһында ла һорау бирелде республика Башлығына:

Белеүегеҙсә, үткән аҙнала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитов “Рәсәй – Башҡортостан радиоһы”на интервью бирҙе. Респуб-лика тормошона ҡағылышлы күп һорауҙар араһында киләһе йыл үтәсәк һайлауҙар тураһында ла һорау бирелде республика Башлығына:



Хәбәрсе: Рөстәм Зәки улы, бер аҙ сәйәси ваҡиғалар өлкәһенә күсәйек. 2018 йыл һайлауҙар билдәһе аҫтында үтәсәк. 18 мартта ил – Рәсәй Федерацияһы Президентын, ә республика сентябрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлаясаҡ. Беҙҙең республика ғәйәт мөһим сәйәси ваҡиғаларға әҙерме? Һеҙ төбәгебеҙҙәге һайлау культураһын нисек баһалайһығыҙ? Республика етәксеһе булараҡ Һеҙ Башҡортостандың закондар сығарыу власының буласаҡ вәкилдәренә ниндәй талаптар ҡуйырға ниәтләйһегеҙ?


Р. ХӘМИТОВ: Республикала һайлауҙар йыл һайын үтеп тора. Беҙҙә 2015 йылда ғына тынлыҡ булды. Ә былай йыл һайын ярайһы уҡ ҙур һайлауҙар үтә.
Ысынлап та, мартта – Рәсәй Федерацияһы Президентын, ә сентябрҙә республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау буласаҡ. Бик яуаплы ваҡиғалар былар. Һис һүҙһеҙ, һайлау комиссияһы был эшкә әҙерләнә. Улар үҙ аллы әҙерләнә, беҙҙең контроль аҫтында түгел. Уларҙың үҙҙәренең власть вертикале – Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы бар. Дөрөҫөн әйткәндә, мин уларҙың барлығын әле генә, матди ярҙам һорап мөрәжәғәт итә башлағастар ғына иҫкә төшөрҙөм. Уларға камералар һатып алырға кәрәк, уларға финанс менән тәьмин итеү, даими хеҙмәткәрҙәренә, территориаль комиссияларға эш хаҡы түләргә аҡса кәрәк. Уларҙың үҙ аллы эшләүе бик хуп, эшләйҙәр, матди үтенестәрҙән башҡа нәмәләр менән теңкәгә теймәйҙәр.
Беҙ ҙә үҙебеҙҙең яҡтан бер ниндәй ҙә бурыстар ҡуймайбыҙ. Сөнки – быға минең иманым камил – бөгөнгө һайлауҙар мөмкин ҡәҙәр асыҡ булырға тейеш. Был – беренсенән. Икенсенән, кешеләр һайлауға Президент һайлау ваҡытында – ил яҙмышы, Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау ваҡытында республика яҙмышы өсөн яуаплы булыуҙарын тойоп килергә тейеш. Демократия, барыһынан элек, граждандарҙың һайлау процестарында ҡатнашыуын һәм һайлауҙар аша властың вәкәләтле органдарын булдырыуҙы күҙҙә тота. Беҙ, һис һүҙһеҙ, кешеләрҙе һайлау участкаларына килергә инандырыу өҫтәндә эшләйәсәкбеҙ. Һүҙ менән инандырасаҡбыҙ, башҡа бер нәмә менән дә түгел.
Республикала һайлауҙарҙың ойошҡанлы, цивилизациялы, ә иң мөһиме – асыҡ һәм намыҫлы үтәсәгенә ышанам. Ошо төп нәмә өҫтәндә Үҙәк һайлау комиссиялары ла, тотош власть та, муниципалитеттар ҙа, граждандар үҙҙәре лә эшләргә тейеш. Шуға ла һайлауҙарҙы нәҡ ошо форматта үткәрәсәкбеҙ.

“Рәсәй – Башҡортостан радиоһы” һәм республика Башлығы
сайттарын файҙаланып, Ф.Мортаев әҙерләне.


Читайте нас: