Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
19 Ғинуар 2018, 11:48

ЯҢЫ ЙЫЛДА ЯҢЫ ЮЛДАН

Илдең социаль-иҡтисади үҫешендә ауылдарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ә ауыл үҙе, билдәле булыуынса, ергә һәм унда хеҙмәт итеүселәргә бәйләнгән. Ауыл хужалығын ер кешеләренән тыш күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Әммә ауылдың киләсәге булһын, яңы ғаиләләр барлыҡҡа килһен, балалар тыуһын өсөн ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү талап ителә. Дәүләт программалары тап ошо юҫыҡҡа көйләнгән. Федераль һәм республика программалары бер-береһен тулыландырып, дөйөм бурысты хәл итеүгә – илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Ауылдарҙы социаль-иҡтисади үҫтереү программаһы Рәсәйҙә 2013 йылдан алып эшләп килә һәм артабан ул ҙурыраҡ масштабтағы “2014-2017 йылдарҙа һәм 2020 йылға тиклем ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы программаһына әйләнә.

Халыҡтың йәшәү кимәлен һәм сифатын яҡшыртыу ауылдарҙы инженер һәм социаль төҙөкләндереүгә, иң беренсе сиратта – тормош һәм иҡтисад артерияһы булған юлдарға бәйле. Шуға күрә автомобиль юлдарын төҙөү һәм реконструкциялау федераль программаның өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора. Йыл һайын республикала йөҙҙәрсә километр сифатлы юл сафҡа индерелә. Ә ауыл юлдары иһә юлаусылар өсөн уңайлыҡтар ғына түгел, ә төпкөлдәге ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу сараһы ла ул.

2017 йылдың урталарында Кананикольск – Шанск юлы төҙөкләндерелә башлауы, уның ҙур масштаблы төҙөлөш булыуы тураһында гәзитебеҙҙә бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ инде. Район үҙәгенән алыҫта ятҡан был төбәккә заманса юлдың булмауы оҙаҡ йылдар оло проблема булып торҙо. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында Кананикольск урман хужалығы тарафынан һалынған юл ваҡыт үтеү менән яраҡһыҙға әүерелгән: соҡорҙар, һикәлтәләр, текә үрҙәр һәм киҫкен боролоштар урындағы автоһәүәҫкәрҙәрҙе экстремалдар рәтенә ҡуйырға мәжбүр итә. Етмәһә, был тау юлы бер ниндәй ҙә иҫәптә тормаған һәм уны эксплуатациялау, ҡышҡыһын ҡарҙан таҙартыу ҙур проблема тыуҙырған.

Ауыл халҡы был мәсьәләне хәл итеү өсөн төрлө инстанцияларҙың ишеген ҡағып ҡарай, тик боҙ урынынан ҡуҙғалмай.

Шунан һуң инде шанскиҙар үҙҙәрен борсоған проблема тураһында район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллинға һөйләп бирә. Район башлығы иһә уларға, юл төҙөләсәк, тип һүҙ бирә. Был юлды төҙөү проекты 2012 йылда уҡ әҙер булған, әммә уны финанслау мәсьәләһе бары былтыр ғына хәл ителә. Илгиз Лирман улының вәғәҙәһен үтәү өсөн тырышлығын, ныҡышлығын, маҡсатына табан эҙмә-эҙлекле эш итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәктер, сөнки юл төҙөү өсөн бихисап документтар, белешмәләр тултырыу, иҫәпһеҙ-һанһыҙ инстанцияларҙың тупһаһын тапау талап ителә.

Юл төҙөү республиканың Ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса атҡарыла һәм дөйөм финанслау 100 миллион һум самаһына барып баҫа. Уның яртыһын – федераль бюджет, яртыһын республика бүлә. Ә төҙөү эштәре ышаныслы подрядсыға – “Партнер” ЯСЙ-һына тапшырыла. Шулай уҡ Сибай ҡалаһының “Альянс” финанс-төҙөлөш корпорацияһы” һәм Учалының “Стройтрейдинг” ЯСЙ-һы субподрядсылар булараҡ ҡатнаша. Барлыҡ ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, эштәр үҙ ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарыла. Тәбиғәт шарттары ла эште тотҡарлай. Мәҫәлән, бик күп ҡеүәтле техника йәлеп ителә, 260 мең кубометр тупраҡ килтерелә. Әммә һөҙөмтә ҡыуандыра – яңы юл элеккеһенән күпкә киңерәк, турараҡ һәм уңайлыраҡ, үрҙәр һөҙәгерәк. Нисек кенә булмаһын, урындағы халыҡ әйтмешләй, “Юл түгел, ә әкиәт!” район йылъяҙмаһында 2018 йылдың иң тулҡынландырғыс һәм әһәмиәтле ваҡиғаһы булып тарихта ҡалыр.

Ошо аҙнала иһә Кананикольск – Шанск автомобиль юлын рәсми асыу тантанаһы булып үтте. Шанскиҙарҙың шатлығын бү-лешергә абруйлы ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы бу-

йынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урын-баҫары А.М.Сөләймәнов, “Башҡортостан Республика-

һының юл хужалығы идаралығы” дәүләт ҡаҙ-

на учреждениеһы етәксеһе урынбаҫары А.Р.Хафизов, Башҡортостан Республикаһы-ның Үлсәү контроле хеҙмәте етәксеһе Р.Р.Заһиҙуллин, Си-

бай ҡалаһының “Партнер” ЯСЙ-һы директоры урын-баҫары Р.Р.Әбүбәкиров килде.

Көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, тантаналы сараға ауыл халҡының барыһы ла йыйылғайны. Уларҙың һәр береһе күптәнге хыялдарын тормошҡа ашырыусыларға шәхси рәхмәтен еткерергә тырышты. Шуға күрә рәсми өлөш тә артҡараҡ күсте: халыҡ ҡунаҡтар менән ихласлап аралашты, тәьҫораттары менән уртаҡлашты, эскерһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм урындағы изге шишмә һыуы менән һыйланы.

Сараны тантаналы асҡан-дан һуң сәләмләү өсөн тәүге һүҙ район башлығына бирелде.

– Хөрмәтле Шанск ауылы халҡы! Яңы 2018 йылды беҙ ҙур һәм ҡыуаныслы ваҡиға менән башлайбыҙ: Кананикольск – Шанск автомобиль юлын сафҡа индерәбеҙ, – тине Илгиз Лирман улы. – Беҙ был көндө оҙаҡ көттөк, шуға күрә һыуыҡ көндә лә күңелебеҙҙә ҡояшлы һәм йылы. Шанск – район үҙәгенән иң алыҫта ятҡан ауыл булғанлыҡтан, был юл беҙҙең өсөн үтә ҙур әһәмиәткә эйә. Уны төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла – ил һәм республика етәкселегенә, транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына, республиканың юл хужалығы идаралығына, подрядсыларға һәм барлыҡ юл төҙөүселәргә оло рәхмәтемде белдерәм. Планға ярашлы ике йыл эсендә төҙөлөргә тейешле юл бик ҡыҫҡа ваҡытта – ярты йылда төҙөлөп бөттө. Был юл ошо ауылдарҙың территорияларын артабан үҫтереү өсөн этәргес көс булыр, тип ышанғы килә.

Район иҡтисадының социаль әһәмиәтле башҡа өлкәләре буйынса ла үҫеш күҙәтелеүе һөйөндөрә. Йылайыр ауылында яңы янғын һүндереү депоһы төҙөлөп бөтөү өҫтөндә, Урал аръяғы гидрология станцияһына нигеҙ һалынды. Был үҙгәрештәр райондың төрлө тармаҡтар буйынса үҫешә барыуына асыҡ миҫал. Шулай булыуы тәбиғи ҙә: иң хозур тәбиғәт, иң бай урмандар, иң һылыу ҡыҙҙар, иң эшһөйәр ир-егеттәр, иң һәләтле балалар беҙҙә түгелме ни?!

Үҙенең быйылғы Мөрәжәғәт-намәһендә Республика Баш-лығы Рөстәм Хәмитов, беҙҙең тәү бурыс – республика байлыҡтарының һәм иҡтисади потенциалының ябай граждандар мәнфәғәтендә тағы ла емешлерәк эшләүенә өлгәшеү зарур, тип билдәләгәйне. Бының өсөн власты һәм иҡтисад структураларын халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә йөҙө менән борорға кәрәк. “Халыҡ өсөн эшләргә” – был етәкселектең, беҙҙең көндәлек эшмәкәрлегебеҙ стратегияһын билдәләүсе һүҙҙәр.

Тағы ла бер тапҡыр байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле шанскиҙар!

Артабан бер-бер артлы абруйлы ҡунаҡтарға һүҙ бирелде.

– 2011 йылдан бойомға ашырылып килгән “Ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы программаһы буйынса республикала 64 яңы автомобиль юлы һалынды, һеҙҙеке – 65-сеһе. Ошо һандар ғына ла был программаның һөҙөмтәлелеген раҫлап тора түгелме?! Был йүнәлештә эштәр артабан да дауам итәсәк, – тине транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Альберт Мөхәмәт улы Сөләймәнов. – Ә һеҙгә уңайлы юлдарҙы рәхәтләнеп файҙаланырға, тырышып донъя көтөргә, эшләргә, үҙ эшегеҙҙе асырға, балалар үҫтерергә кәрәк! Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнегеҙ, ә дәүләт һеҙгә ярҙам итергә әҙер!

Республиканың юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары А.Р.Хафизов иһә юлдың, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлһә лә, сифатлы һәм ышаныслы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Был эште башҡарыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ структуралар ҙа үҙ эштәренә бик яуаплы ҡараны һәм берҙәм эшләне. Йылайыр районы хакимиәте лә ҙур ярҙам күрһәтте, подрядсы егеттәр ҙә һынатманы. Һеҙгә бары хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүегеҙҙе һәм хәйерле юлдар ғына теләргә ҡала! – тине Азат Рәйес улы.

“Партнер” ЯСЙ-һы директоры урынбаҫары Р.Р.Әбү-бәкиров та үҙенең ихлас теләктәрен еткерҙе:

– Әлбиттә, тәүҙә бер аҙ шигебеҙ ҙә булғайны, сөнки юлдың иң ҡатмарлы урындары ошо участкала. Ләкин дөйөм тырышлыҡ менән эште аҙағынаса еткерә алдыҡ һәм һөҙөмтәләр менән бик ҡәнәғәтбеҙ. Иң мөһиме – төпкөлдә йәшәүселәрҙең тормошо күпкә еңеләйәсәк, – тине Рәйес Рәшит улы.

Ауылдаштарын тарихи һәм шатлыҡлы көн менән шулай уҡ Кананикольск ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Н.И.Корнева менән ауыл старостаһы Т.Х.Яманаева ла ҡотланы, район башлығына, хакимиәт етәкселегенә рәхмәттәрен еткерҙе.

Тантаналы алҡыштар аҫтында ал таҫма ҡырҡыла һәм юл рәсми рәүештә асыҡ тип иғлан ителә. Яңы юл халыҡ мәнфәғәтендә оҙаҡ хеҙмәт итһен, бараһы ерҙәренә имен-аман барып етергә яҙһын шанскиҙарға. Хәйерле юлдар һеҙгә!

Зөлфирә ҠОҘАШЕВА әҙерләне.

Читайте нас: