Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
15 Февраль 2018, 19:14

Район Советының сираттағы ултырышы

Кисә дүртенсе саҡырылыш район Советының сираттағы 16-сы ултырышы булып үтте.

Ултырышта Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры М.И.Шәрәфетдинов, район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эшләү бүлегенең баш советнигы Р.К.Рахманғолов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының агросәнәғәт комплексы һәм урман хужалығы департаментының урман хужалығы бүлеге мөдире А.Ю.Ғәйнуллин, район хакимиәте идаралыҡтары һәм бүлектәре етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, прокуратура, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.


Ултырыш Йылайыр районы муниципаль районы Советы рәйесе Г.В.Туленковтың “Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы муниципаль районы Советының 2017 йылдағы эше тураһында” отчет докладынан башланды.

Артабан район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин “Йылайыр районы муниципаль районы хакимиәтенең 2017 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында” отчет доклады менән сығыш яһаны. Район башлығы социаль өлкәлә, төҙөлөш тармағында башҡарылған эштәргә анализ яһаны, мәҙәниәт, мәғариф, спорт өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштар тураһында һөйләне, 2018 йылға һәм яҡын киләсәккә район хакимиәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне (Район хакимиәте башлығының отчет доклады тезистары “Зилаирские огни” гәзитенең 2018 йылдың 13 февралендәге 13-сө һанында баҫылып сыҡты).

Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры М.И.Шәрәфетдинов республиканың социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең киләсәккә пландары тураһында һөйләне. Шулай уҡ Йылайыр районы муниципаль районы хакимиәтенең һәм Советының эшен ыңғай баһалап, райондың үҫеш перспективалары барлығын һәм билдәләнгән бурыстарҙы уңышлы атҡарыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға кәрәклеген әйтте.

Докладтар буйынса фекер алышыуҙа район Советы депутаттары В.Н.Любимов, В.В.Скопинов һәм Ю.В. Игебаев сығыш яһаны.

Депутаттар район хакимиәтенең отчет осорондағы эшен ҡәнәғәтләнерлек тип таныу тураһында тейешле ҡарар ҡабул итте.

З. ҺИҘИӘТОВА.
Б. Солтанов фотолары.


Читайте нас: