Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
22 Февраль 2018, 18:36

Төп бурыс – янғындарҙы иҫкәртеү

Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры Марат Искәндәр улы Шәрәфетдинов беҙҙең районда эш сәфәре менән булып китте. Хәбәр итеүебеҙсә, ул тәүҙә район Советы ултырышында ҡатнашты.

Артабан М.И. Шәрәфетдинов менән район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин өсөнсө типтағы “Йылайыр” янғын-химик станцияһын ҡараны, уның бөгөнгө хәл-торошо, янғын йәһәтенән хәүефле осорға әҙерлеге менән танышты. Янғын-химик станцияһы етәксеһе А.А. Раков уларға бында булған техниканы, ҡорамалдарҙы күрһәтте, станцияның урман янғындарын һүндереүгә әҙерлек барышы тураһында ентекле һөй-ләне. М.И. Шә-рәфетдинов станция һәм урмансылыҡ хужа-лығы етәксе-легенә хәүефле осор башланыр алдынан янғын һүндереү тех-никаһының һәм инвентарының төҙөклөгөнә, ошо турала мотлаҡ тейешле акттар төҙөүгә, ҡануниәт тарафынан билдәләнгән документацияны тәртипкә килтереүгә айырым иғтибар бүлергә саҡырҙы. Марат Искәндәр улы иҫкәртеүенсә, метеорологтар күҙаллауы буйынса, апрель – май айҙарынан башлап уҡ, республиканың көньяҡ райондары урмандарында янғын йәһәтенән хәүефле осор башланыуы ихтимал.

Шулай уҡ министр Йылайыр һәм Кананикольск урмансылыҡтарына ҡуртымға алыусылар һәм урман әҙерләүселәр менән берлектә янғын хәүефһеҙлегенә бағышланған йыйылыш үткәреү бурысын йөкмәтте, урман янғындарын һүндереү планы менән танышыуҙарын ҡултамға менән раҫларға кәрәклеген билдәләне.

Әңгәмә барышында Башҡорт дәүләт аграр университетында махсус программалар буйынса белгестәр әҙерләү һәм яңынан уҡытып алыу мәсьәләһе күтәрелде, производствоға ҡағылышлы бүтән һорауҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.


Н. Мохов.
Б. Солтанов фотоһы.


Читайте нас: