Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
5 Апрель 2018, 17:51

Эш урындарында хеҙмәт шарттары баһаланасаҡ

Район хакимиәтендә эш урындарын аттестациялау һәм экология мәсьәләләре буйынса кәңәшмә булып үтте. Унда ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре, эшҡыуарҙар, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре саҡырылды. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротков алып барҙы.

Беренсе мәсьәлә буйынса сығыш яһап, А.В.Коротков 2013 йылдың 28 декабрендә ҡабул ителгән “Эш урындарын махсус баһалау тураһында”ғы 426-сы Федераль закондың ҡайһы бер положениеларын аңлатты. Мәҫәлән, ул етәкселәрҙе һәм эшҡыуарҙарҙы хәҙер хеҙмәт шарттарын махсус баһалау, милек формаһының ниндәй булыуына ҡарамай, бөтә предприятиеларҙа, ойошмаларҙа һәм учреждениеларҙа ла мотлаҡ үткәреләсәге, эш урындарын баһалау үткәрмәгән өсөн ҙур ғына штрафтар ҡаралған булыуы тураһында иҫкәртте.

Район халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Г.В.Бегун үҙенең сығышында эш урындарында хеҙмәт шарттарын баһалауҙы фәҡәт ошо төр эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүгә лицензияһы булған ойошмалар ғына үткәрергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бынан тыш, хеҙмәт шарттарын баһалау үткәреүе тураһында декларация әлеге ойошманың сайтына ҡуйылырға тейеш, юғиһә был эште үткәреүгә аҡса бушҡа тотонолған булып сығасаҡ. Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау 2014 йылдың 1 ғинуарынан индерелде, тип аңлатты мәшғүллек үҙәге директоры, һәм ул ғәмәлдә эш урындарын аттестациялауҙы артабан дауам итеү һәм үҫтереү булып тора. Үрҙә телгә алынған 426-сы Федераль закондың 27-се статьяһының 6-сы өлөшөндә, эш урындарында хеҙмәт шарттарын махсус баһалау этаплап үткәрелергә мөмкин һәм 2018 йылдың 31 декабренән дә һуңлатмай тамамланырға тейеш, тип билдәләнгән.

Башҡортостан Респуб-ликаһы Тәбиғәттән фай-ҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе, дәүләт инспекторы Г.Ф.Ноғманова үҙенең сығышында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә хоҡуҡ ҡулланыу практикаһы, предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәренең, эшҡыуарҙарҙың ошо өлкәләге хоҡуҡтары һәм бурыстары, ҡануниәттәге үҙгәрештәр тураһында һөйләне; кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын тикшереүҙәргә бөтә яҡлап ентекле әҙерләнеү,тикшереүҙәрҙе махсус журналда теркәп барыу, тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаусы объекттарҙы иҫәпкә ҡуйыу кәрәклегенә йүнәлтте.

Сығышы аҙағында комитет етәксеһе кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың экология темаһына ҡағылышлы күп һанлы һорауҙарына яуап бирҙе.


Николай МОХОВ.
Автор фотолары.

Читайте нас: