Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
4 Июнь 2018, 16:41

Алдан тауыш биреү уҙҙы

Республикала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһынын депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреү (праймериз) уҙҙы.


Праймериз – ул тәү сиратта кемдәр сентябрҙә һайлауҙарҙа ҡатнашасаҡ шуларға баһа биреү, тип билдәләне Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.

— Мин үҙем йәштәр өсөн тауыш бирҙем. Шул иҫәптән студенттар, аспиранттар һәм «Йәш Гвардия» ла булды. Ул сәйәсәт менән шөғөлләнергә, үҙенсә, йыш ҡына йәштәр әйтмешләй, ғәҙеллек өсөн көрәшергә теләгән байтаҡ йәштәр барлығы хаҡында һөйләй. Был изге ынтылыш һәм шулай булырға тейеш тә. Йәш саҡта һәр ваҡыт күп нәмә эшләгеһе килә, – ти Рөстәм Хәмитов. – Бер мәл ошо егеттәрҙән һәм ҡыҙҙарҙан ысын ҙур, етди сәйәсмәндәр үҫер тип көтәм. Ә хәҙер улар тәжрибә туплай.

Алдан тауыш биреү – партияларҙан артабан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттлыҡҡа уларҙы кандидат итеп тәҡдим итеү өсөн дәғүәселәрҙең конкурент, асыҡ һайлау процедураһы. Һайлау хоҡуғына эйә республика гражданы үҙенең территориаль участкаһында тауыш бирә алды. Тауыш биреү рейтинг системаһы буйынса алып барылғанға күрә исемлеккә индерелгән әллә күпме кандидат өсөн тауыш бирергә булды

Башҡортостанда 662 иҫәп участкаһы ойошторолдо, уларҙың 77-һе – Өфөлә. Республика буйынса алдан тауыш биреүҙә 584 кеше ҡатнашҡан.
Читайте нас: