Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
4 Июнь 2018, 19:32

Үткән шәмбелә районда Һабантуй байрамы булып уҙҙы. Көндөң бик йылы булмауына ҡарамаҫтан, боронғо халыҡ байрамына халыҡ бик күп йыйылды. Сөнки Һабан байрамы әленән-әле көтөп алынған байрамдарҙың береһе булып ҡала килә. Район хеҙмәтсәндәренең байрам шатлығы

Районда эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров булып китте. Башта ул район хакимиәтендә муниципаль район Советы депутаттары, район ойошма-предприятиелары етәкселәре, партия активы менән осрашты. Сара барышында депутат Рәсәй Дәүләт Думаһындағы йыллыҡ эше һөҙөмтәләре, үҙе ағза булып торған дәүләт төҙөлөшө һәм закон сығарыу комитеты эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы. Зариф Закир улына йыйылыусылар тарафынан бик күп һорауҙар бирелде, уй-теләктәр еткерелде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының яңы ағзаларына тантаналы шарттарҙа партия билеттары тапшырылды. Артабан депутат район граждандарын шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте. Үҙҙәрен борсоған төрлө һорауҙар менән халыҡ һайланыусыһына 9 кеше мөрәжәғәт итте.

Эш сәфәре барышында Дәүләт Думаһы депутаты район мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең бәләкәй залын ҡараны. Уны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырып, кинофильмдар ҡарау өсөн ҡулайлаштырырға ниәтләнгән. Бындай мөмкинселекте Зариф Закир улының әүҙем ярҙамында район мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең бәләкәй тораҡ пункттарында кинозалдарҙы модернизациялау программаһында ҡатнашыуы бирҙе. РФ Мәҙәниәт минис-трлығының “Кино фонды” менән берлектә бойомға ашырған проектының төп бурысы – кинотеатрҙар булмаған тораҡ пункттарҙа кинозалдар асыу. Илебеҙҙә төшөрөлгән фильмдарҙы күрһәтеү ҡайтанан йыһазландырылған кинозал өсөн төп шарт булып тора. Уларҙың кинопрокатта күләме 50 проценттан ашыу тәшкил итергә тейеш. Конкурс һайлап алыуын уңышлы үткән кино күрһәтеү менән шөғөлләнеүсе ойошмаларға 5 миллион аҡса бүленә. Был суммаға киноэкран, кинопроекция һәм тауыш ҡорамалдары, креслолар һатып алыу күҙаллана.

Район мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең спорт залын ҡарағанда, Зариф Закир улы район спортсылары араһында ҙур популярлыҡ яулаған яңы, заманса скалодромды ҡараны.

Артабан З.З. Байғусҡаров Н.Р. Ириков исемендәге урта мәктәптең уҡытыусылар коллективы менән осрашты. Аралашыу барышында һүҙ мәғариф системаһының финанслау системаһы, хеҙмәт хаҡы күләме, пенсия йәше, оло быуын вәкилдәре өсөн ҡаралған льготалар, демография тураһында барҙы. Мәктәп буйлап экскурсия барышында депутатҡа белем усағының ЮНЕСКО программаларында һәм проекттарында әүҙем ҡатнашыуы, мәктәптең заманса коммуникация ҡорамалдары менән йыһазландырылыуы тураһында һөйләнеләр. Спорт залына ремонт талап ителеүе һәи иҫке компьютерҙарҙы яңыларына алмаштырыу кәрәклеге тураһында ла һөйләште йыйылыусылар. Зариф Закир улы мәктәпкә иҫтәлеккә волейбол туптары бүләк итте.

Артабан З.З. Байғусҡаров Йылайыр коррекция мәктәбендә булды. Бында Дәүләт Думаһы депутаты һәм район хакимиәте башлығы сығарылыш балында ҡатнашты. Мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларға, педагогия коллективына һәм тәрбиәселәргә иң йылы теләктәрен еткерҙе почетлы ҡунаҡтар. З.З. Байғусҡаров сығарылыш уҡыусыларына мәктәпте тамамлау тураһында документтар тапшырҙы. Тантаналы сара һуңында барыһы ла Зариф Закир улы һәм Илгиз Лирман улы менән коллектив фото төштө. Был бәхетле кисерештәрен, уларға ғына төбәп әйтелгән матур-матур теләктәрҙе сығарылыш уҡыусылары, һис шикһеҙ, хәтер һандығында ҡәҙерләп һаҡлаясаҡ.

Район объекттарын ҡарау барышында Зариф Закир улы “Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексына ла инеп сыҡты. Бында ул спорт һәм тренажер залында булды, бассейнды ҡараны, комплексҡа күпме кешенең йөрөүе менән ҡыҙыҡһынды, уның спорт ҡорамалдары менән йыһазланышының юғары кимәлдә булыуын билдәләп үтте.

Иң һуңында депутат оҙаҡламай сафҡа инәсәк янғын һүндереү депоһын ҡараны. Уның заманса технологик базаһы Зариф Закир улында бик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Н. Мохов.


Читайте нас: