Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
25 Сентябрь 2018, 12:19

Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

Урмансыларҙы юҡҡа ғына «йәшел ҡал-ҡаныбыҙҙың һаҡсылары” тип атамайҙар. Урмансылыҡтың һөҙөмтәлелеге бер нисә тиҫтә йылдан ғына күренә торған эшмәкәрлек булыуын иҫәпкә алғанда, әлеге урман хужалыҡтары киләһе быуат өсөн эшләй, тип әйтергә мөмкин...

Урмансыларҙы юҡҡа ғына «йәшел ҡал-ҡаныбыҙҙың һаҡсылары” тип атамайҙар. Урмансылыҡтың һөҙөмтәлелеге бер нисә тиҫтә йылдан ғына күренә торған эшмәкәрлек булыуын иҫәпкә алғанда, әлеге урман хужалыҡтары киләһе быуат өсөн эшләй, тип әйтергә мөмкин...
Үткән аҙнала урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне. Шул айҡанлы тантаналы сара булып уҙҙы.
Байрамға йыйылыусылар алдында ҡотлау телмәре менән “Йылайыр урман хужалығы” учреждениеһы етәксеһе В.Н.Любимов һәм “Йылайыр урмансылығы” учреждениеһы етәксеһе И.Н.Игебаев сығыш яһаны. Улар шулай уҡ ағымдағы йылдың һигеҙ айында ойошмалар тарафынан башҡарылған эштәр, һөҙөмтәләр хаҡында һөйләне, башҡараһы эштәрҙе атаны, ҡуйылған бурыстар хаҡында әйтте һәм бөтә урмансыларға һөнәри уңыштар теләне.
Артабан тәбрикләү өсөн һүҙ район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротковҡа бирелде. Ул урмансылыҡ комплексында килеп тыуған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, “Йылайыр урман хужалығы” учреждениеһының күп кенә күрһәткестәр бу-йынса республикала яҡшылар иҫәбендә булыуын билдәләне.
“Был бик һөйөнөслө. Урман тармағы яңы технологияларҙы үҙләштереү менән артабан да үҫәсәк. Әйткәндәй, беҙгә лә ошо арала яңы техника килеүе көтөлә. Был, беренсенән, етештереүсәнлекте арттырыу, етештергән продукция төрлөлөгөн киңәйтеү һәм эш урындары булдырыу өсөн ҡулай буласаҡ. Шуны ла әйтмәй булмай, үҙ ғүмерен урманды һаҡлауға бағышлағандар, урманды тергеҙеүгә көсөн һалғандар, урман культураларын тәрбиәләгән һәм һаҡсыл ҡулланғандарҙың барыһы ла хөрмәткә лайыҡ”, – тине Александр Васильевич.
Урмансылар көнө айҡанлы һәм урман сәнәғәтен үҫтереүгә көс һалғандары өсөн алдынғы эшселәргә Маҡтау грамоталары тапшырылды. Мәҫәлән, “Йылайыр урман хужалығы” водителе А.В.Севастьянов – Федераль урман сәнәғәте агентлығының Маҡтау гра-
мотаһы, М.А.Ғәлләмов һәм А.Ю.Байбородов – Баш-ҡортостан Республикаһы Урман хужалығы минис-трлығының Маҡтау грамотаһы, урмансылар А.И.Мостафин, А.Ә.Таипов, А.Н.Кувшинов – “Урмансылыҡтар менән идара итеү” ҡаҙна учреждениеһының Маҡтау грамотаһы, ә Л.Й.Атауллина Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Гөлгөнә ҒӘРИФЙӘНОВА.
Читайте нас: