“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ойошторолоуҙың 17 йыллығына бәйле районда граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы үткәрелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Гәзитебеҙҙең 23 ноябрҙәге һанында кемдең ҡасан, ҡайһы ваҡытта ҡабул итеүе тураһында график та баҫылды. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, унда Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, урындағы Советтар депутаттары, урындағы үҙидара органдары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнаша.
Үрҙә әйтелгән графикка ярашлы, 27 ноябрҙә граждандарҙы район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, уның урынбаҫары А.В.Коротков, район Советы секретары В.Ф.Аҙнағолов, 28 ноябрҙә район хакимиәтенең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Н.А.Андреев һәм ошо бүлектең әйҙәүсе белгесе О.В.Ионова ҡабул итте.
Ә кисә һорауҙары булған граждандар үҙ проблемалары менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Р.Р.Ишһаринға, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Р.Й.Нагаев менән Ә.С.Байсуринға мөрәжәғәт итә алды. Ринат Йәүҙәт улы граждандар менән видеобәйләнеш ярҙамында һөйләшһә, Рәмзил Рафаил улы менән Әлфәрис Сәлихйән улы граждандарҙы урынға килеп, район хакимиәте бинаһында ҡабул итте.
Бөгөн граждандарҙы ҡабул итеүҙәр ауыл биләмәләрендә үткәрелә. Уларҙы район һәм ауыл Советтары депутаттары, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары үткәрә.