Һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә халыҡ иң йыш күтәреп сыҡҡан, тикшергән көнүҙәк проблемаларҙы асыҡлау өсөн республика етәкселеге индергән мониторинг системаһы кешеләрҙең теленән төшмәй.
Яңы программа республикала иң популяр булған “ВКонтакте”, “Фейсбук”, “Инстаграм”, “Твиттер”, “Одноклассники” социаль селтәрҙәрен күҙәтеп бара (заманса әйткәндә, мониторинг алып бара) һәм кешеләрҙе иң йыш борсоған һорауҙарҙы автоматик рәүештә тотоп ала. Күпселек кешеләр тикшергән темалар алға ҡуйыла һәм система уларға “инцидент” статусы бирә. Был темалар, әһәмиәте буйынса рангтарға бүленеп, муниципалитеттарға ебәрелә, ә уларҙың етәкселәре проблеманы оператив рәүештә бөтөрөргә һәм был хаҡта яуап бирергә бурыслы.
Проекттың кураторы, “Башинформ” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағоловтың аңлатыуынса, мониторинг системаһы – яуап биреү өсөн билдәле бер ваҡыт ҡаралған IT-технологиялар, йәғни, ябай итеп әйткәндә, компьютер программалары ул. Мәҫәлән, теге йәки был эш өсөн яуаплы етәксе өс сәғәт эсендә әлеге теманы күтәргән кешеләргә уларҙың үтенесен ишетеүе, артабанғы 24 сәғәт эсендә проблеманың хәл ителеүе тураһында хәбәр итергә тейеш.Әгәр ҙә хәлде төҙәтеү өсөн күберәк ваҡыт талап ителһә, социаль селтәрҙәрҙән файҙаланыусылар яуапты 8 көн эсендә аласаҡ. Яуап Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең, яуаплы ведомствоның йәки муниципалитеттың билдәһе менән әлеге һөйләшеү алып барылған шул уҡ биткә комментарий рәүешендә киләсәк.
“Башинформ” акционерҙар йәмғиәте координацияһы аҫтында булдырылған һәм республиканың барлыҡ район баҫмалары, шул иҫәптән “Ауыл уттары” һәм “Зилаирские огни” гәзиттәре лә ингән дәүләт медиахолдингы ла халыҡтың мөрәжәғәттәренә оператив яуап биреү системаһына индерелгән һәм был система беҙҙең райондан тәүге “инциденттарҙы” тотоп алған да инде.
Береһе Йылайыр ауылының ике ҡатлы йорттар микрорайонында йәшәүселәрҙең был территорияны сүп-сар баҫыуы тураһындағы ялыуы булған. Ялыуға Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Геннадьевич Годуленко: “Хәҙерге ваҡытта был территориялағы ҡый “Водоканал” ЯСЙ-һы идара итеүсе компанияһы көсө менән йыйып алынды”, – тип яуап биргән һәм күп фатирлы йорттар территорияһынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарып түгеү планлы режимда алып барыла, халыҡ менән бындай инциденттарға юл ҡуймау тураһында аңлатыу эше үткәрелде, тип билдәләгән, кешеләрҙе тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарарға, йәшәгән урында-рын таҙа һәм тәртиптә тоторға саҡырған.
Икенсе “инцидент” – Юлдыбай ауылында йәшәүсе Ҡолһариндар ғаиләһенең Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәте. Ғаиләлә балиғ булмаған 6 бала тәрбиәләнә, улар менән бергә шулай уҡ ғаилә башлығының ҡәйнәһе (68 йәш, II төркөм инвалиды) һәм 71 йәшлек ҡайныһы йәшәй. Улар йәшәгән 33,8 квадрат метрлыҡ йорттоң торлаҡ майҙаны 21,2 квадрат метр ғына тәшкил итә. “Радий Фәрит улы, беҙ йорт һатып алыу йәки төҙөү өсөн сертификат алыуға 2014 йылда (5 балаға) сиратҡа торғайныҡ. Был сертификатты ҡасан алырыбыҙҙы ла белмәйбеҙ, балалар әлегә бәләкәй саҡта алғы килә”, – тип яҙған улар.
Уларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең эшсе төркөмө белгесе Никита Терекин яуап биргән:
“Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү – Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм архитектура надзоры буйынса дәүләт комитеты компетенцияһында. Яңы йылдан һуң был Дәүләт комитетының үҙ Дәүләт ҡаҙна учреждениеһы барлыҡҡа киләсәк һәм райондарҙа уның филиалдары эшләйәсәк. Улар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарҙың исемлектәрен төҙөйәсәк һәм әлеге сертификаттарҙы бирәсәк. Ҡолһариндарҙың мөрәжәғәте буйынса эш башланды”.
Бына шулай, социаль селтәрҙәрҙе мониторингылау системаһы эшләй.
Ғөмүмән, социаль селтәрҙәр мониторингы тураһында нимәләр белергә кәрәк? Түбәндәге материал шул турала.