Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
21 Декабрь 2018, 11:29

Социаль ярҙамға хоҡуҡтарың тураһында – өйҙән сыҡмай ғына

Республика социаль ярҙам үҙәге сайтында теге йәки был категория граждандарының ниндәй социаль ярҙамға хоҡуҡтары булыуы тураһында консультациялар биреү өсөн яңы интерактив сервис эшләй (http://calc.rcspn.mintrudrb.ru/adviser/Default.aspx).

Республика социаль ярҙам үҙәге сайтында теге йәки был категория граждандарының ниндәй социаль ярҙамға хоҡуҡтары булыуы тураһында консультациялар биреү өсөн яңы интерактив сервис эшләй (http://calc.rcspn.mintrudrb.ru/adviser/Default.aspx).
Онлайн-сервис граж-дандарға социаль ярҙам сараларына (улар иҫәбенә социаль характерҙағы 70 төр түләүҙәр ҙә инә) хоҡуҡтары тураһында консультация алыу өсөн тәғәйенләнгән.
Электрон сервистың эше бирелгән һорауҙарға яуаптар алыуға һәм шулар нигеҙендә һеҙҙең тормошоғоҙҙа килеп тыуған хәлгә, ғаиләгеҙҙең йәш составына, килем кимәленә һәм льготник статусына ҡарап, теге йәки был төр социаль ярҙамға хоҡуғығыҙ булыу-булмауын анализлауға ҡоролған.
Бынан тыш, граждандарҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын дәүләт ярҙамы алыуға хоҡуҡтары булған кешеләр иҫәбенә индереү өсөн талап ителгән билдәле бер шарттар үтәлмәһә, онлайн консультант был талаптар тураһында хәбәр итә. Мәҫәлән, әгәр социаль түләүҙәр алыу өсөн ғаиләнең хеҙмәткә яраҡлы бөтә ағзаларының мәшғүллеге тураһында шарттарҙы үтәү талап ителһә һәм ғаилә ағзаларының береһе булһа ла ошо талаптарға яуап бирмәһә, онлайн консультанттан файҙаланыусыға был турала хәбәр ителә.
Файҙаланыусы үҙе тура-һында хәбәр иткән бөтә мәғлүмәттәр анонимлыҡ шарттарында анализлана, был персональ мәғлүмәттәрҙе һаҡлауҙы гарантиялай. Онлайн консультант мөрәжәғәт итеүсенең һәм уның ғаиләһе ағзаларының ниндәй льготниктар категорияһына ҡарауын үҙ аллы билдәләй, уларҙың адреслы социаль ярҙамға хоҡуғын асыҡлау өсөн ғаиләнең йәш составына ярашлы йәшәү минимумын иҫәпләп сығара.
Һорауҙар һәм яуаптар тарихы сайтта һаҡланып ҡала һәм уларҙы экрандың түбәнге өлөшөндә яңынан асып ҡарарға, бынан алдағы яуапҡа кире әйләнеп ҡайтырға була.
Шулай уҡ һорауҙарығыҙға яуаптар һеҙгә ниндәй социаль түләүҙәргә хоҡуҡ биреүе тураһында ентекле мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә. Быны белеү өсөн тәҡдим ителгән социаль ярҙамдың атамаһы тәңгәлендә торған “Подробнее” тигән һылтанмаға баҫырға кәрәк.
Ошонда уҡ дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталына инеү өсөн дә һылтанма ҡуйылған. Әйткәндәй, ул һылтанма шунда уҡ дәүләт хеҙмәттәре порталының һеҙгә кәрәкле социаль түләүҙәр тураһындағы “тәҙрәне” аса, был бер үк нәмәне ҡабат-ҡабат эҙләү мәшәҡәтенән ҡотҡара.
Консультация алыу өсөн социаль ярҙам үҙәге белгесенең ҡыҫылышы кәрәкмәй, был яңы интерактив сервистан тәүлек әйләнәһенә үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта файҙаланырға мөмкинлек бирә.
Ф.Мортаев.
Читайте нас: