Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
11 Февраль 2019, 18:18

Тағы ла һанлы телевидение хаҡында

“Ауыл уттары”ның 8 февралдә сыҡҡан һанында телевидение һәм радиотапшырыуҙарҙың һанлы системаға күсеүенә бәйле мәсьәләләр буйынса район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Б.Н.Мелкоедов үткәргән зона кәңәшмәһе тураһында ҡыҫҡаса ғына хәбәр иткәйнек. Бөгөн кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған был мәсьәлә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биреүҙе кәрәк тип таптыҡ.

“Ауыл уттары”ның 8 февралдә сыҡҡан һанында телевидение һәм радиотапшырыуҙарҙың һанлы системаға күсеүенә бәйле мәсьәләләр буйынса район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Б.Н.Мелкоедов үткәргән зона кәңәшмәһе тураһында ҡыҫҡаса ғына хәбәр иткәйнек. Бөгөн кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған был мәсьәлә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биреүҙе кәрәк тип таптыҡ.
Кәңәшмәлә Б.Н.Мелкоедов һанлы телевидениеға күсеү буйынса яҡын арала хәл ителергә тейешле мәсьәләләр тураһында ентекләп һөйләне.
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда һанлы телеселтәр 2018 йылдың декабренән эшләй башланы. Әлеге ваҡытта республика биләмәләренең 95 процентына һанлы технология барып еткән, тимәк, халыҡ юғары сифатта 20 каналды бушлай ҡарай ала.
Шул уҡ ваҡытта һанлы селтәр зонаһына эләкмәгән, йә өлөшләтә генә эләккән, шул арҡала проблемалар килеп тыуған урындар бар. Борис Мелкоедов белдереүенсә, был бигерәк тә 160 меңдән ашыу кеше йәшәгән Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайыр райондары ауылдарына ҡағыла. Уларға махсус антенналар, приставкалар, юлдаш телевидениеһы комплекты һатып алырға тәҡдим ителә. Антенналарҙың хаҡы 500 һумдан, приставкаларҙыҡы 800 һумдан башлана, юлдаш ҡоролмаһы комплекты алып ҡуйҙырыу 5000 һум тирәһенә төшәсәк.
Кәңәшмәлә халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына һанлы телевидение өсөн ҡорамалдар һатып алыу һәм урынлаштырыу йәһәтенән ярҙам саралары тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса 30 ғинуарҙа республика Хөкүмәте ике категорияға ҡараған граждандарға – пенсияһына федераль өҫтәмә түләү алған пенсионерҙарға һәм ай һайын балалар пособиеһына хоҡуҡлы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү хаҡында ҡарар ҡабул итте.
Әгәр был граждандар һанлы тапшырыу мөмкин булған биләмәлә йәшәһә, уларға телевизор өсөн һанлы приставкалар алыуға бер мең һумға тиклем аҡсалата компенсация түләнәсәк. Бының өсөн Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәктәренең урындағы филиалдарына йәки күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә инде һанлы телевидение ҡарау мөмкинлеге булмаған ерҙә йәшәгәндәргә юлдаш тәрилкәләре һатып алыу һәм урынлаштырыу йәһәтенән ярҙам итеү ҡаралған. Был эш менән “Спутниктелеком” йәмғиәте шөғөлләнә.
Ф.Дауытов.
Читайте нас: