Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
21 Февраль 2019, 19:07

Районға республиканың баш ветеринары урынбаҫары килде

Беҙҙең районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт ветеринария инспекторы урынбаҫары Раян Баймөхәмәт улы Шаһимөхәмәтов килде.

Беҙҙең районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт ветеринария инспекторы урынбаҫары Раян Баймөхәмәт улы Шаһимөхәмәтов килде.
Сәфәре башында ул район хакимиәтендә граждандарҙы ҡабул итте. Ҡабул итеүгә килгән кешеләрҙең күпселеген урындарҙа емтек күмеү урындары булдырыу, булғандарын төҙөкләндереү, мал һуйыу, ауыл хужалығы малдарын тамғалау, берәҙәк эттәрҙе тотоу кеүек мәсьәләләр буйынса һорауҙары менән килгән ине. Р.Б.Шаһимөхәмәтов бөтә һорауҙарға ла ентекле яуап бирҙе, ә ҡайһы берҙәрен, ныҡлап тикшереү һәм хәл итеү өсөн, ҡуйын дәфтәренә яҙып алды.
Артабан Р.Б.Шаһимөхә-мәтов район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Д.Х.Юлдыбаев һәм район ветеринария станцияһы начальнигы Т.Ҡ.Солтанов менән бергә шәхси эшҡыуар В.В.Любимовтың мал һуйыу пунктында һәм билмән етештереү цехында булды.
Унда Ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары мал һуйыу пунктының йыһазландырылышы, ҡорамалдарҙың ветеринария-санитария нормаларына һәм ҡағиҙәләренә тап килеү-килмәүе, һуйырға алып киленгән малға ниндәй экспертиза үткәрелеүе, ниндәй документтар тултырылыуы, төрлө малды һуйыу хаҡтары менән ҡыҙыҡһынды. Билмән цехында Р.Б.Шаһимөхәмәтов менән И.Л.Фәтҡуллинға продукция етештереүҙең технологик линияһын күрһәттеләр, цехта эшләүселәр продукция етештереү күләме, уны һатыуға ҡайҙа сығарыуҙары, ниндәй сеймал файҙаланыуҙары тураһында һөйләнеләр.
Шунан Р.Б.Шаһимөхәмәтов район ветеринария станцияһының эшен тикшерҙе, ветеринария аптекаһын, ветеринария участкалары кабинеттарын ҡараны. Ветстанция белгестәре менән һөйләшкән ваҡытта ветеринария участкаларын йыһазландырыу торошо, белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү, ауыл хужалығы һәм йорт хайуандарын идентификациялау барышы, хирургик операцияларҙы ҡулланыу тәжрибәһе, ветстанцияның ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеге, тармаҡты финанслау, түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт, дарыуҙар менән тәьмин ителеш һәм тәү сиратта хәл итеүҙе талап иткән проблемалар тураһында һүҙ барҙы.
Р.Б.Шаһимөхәмәтов райондың ветеринария хеҙмәте эшенә ыңғай баһа бирҙе, ветеринария хеҙмәткәрҙәренә еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләне.
Н.МОХОВ.
Читайте нас: