Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
28 Февраль 2019, 19:05

Ил Президенты нимәләргә төп иғтибарын йүнәлтте

Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа үҙенең 15-се Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.

Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа үҙенең 15-се Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.
Телмәренең башында уҡ дәүләт башлығы был Мөрәжәғәтнамәнең иң элек эске социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләренә йүнәлтелеүен әйтеп, сығышының тәүге минуттарын үҙенең һуңғы май указына арнаны. Унда һүҙ фәҡирлек менән көрәшеү һәм халыҡтың етеш тормошон тәьмин итеү тураһында бара. Бының өсөн ресурстар бар, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент:
“Күп йыллыҡ дөйөм хеҙмәт һәм өлгәшелгән һөҙөмтәләр арҡаһында беҙ хәҙер үҫеш маҡсаттарына ғәйәт ҙур, һәр хәлдә беҙҙең ил өсөн ғәйәт ҙур, финанс ресурстары йүнәлтә һәм туплай алабыҙ. Уларҙы беҙгә берәү ҙә бүләк итмәне. Уларҙы беҙ бурысҡа алманыҡ. Был – миллионлаған граждандарыбыҙ – бөтә ил эшләп тапҡан аҡса. Уны Рәсәйҙең байлығын арттырырлыҡ һәм Рәсәй ғаиләләренең етеш тормошон тәьмин итерлек итеп тотонорға кәрәк”.
Балалар пособиелары тураһында
Артабан Президент аныҡ күрһәтмәләргә, пландарға күсте һәм һүҙен балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙән башланы. Һүҙ хатта пландар тураһында ла түгел, ә ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса әле үк әҙерләнгән сараларҙың яңы пакеты тураһында бара. Был пакетҡа, атап әйткәндә, шундай саралар индерелгән:
– әсәлек капиталы аҡсаһынан икенсе балаға түләү алыуға хоҡуҡ биргән килем күрһәткесен ғаиләнең һәр ағзаһына ике йәшәү минимумына тиклем арттырыу. Президенттың һүҙҙәренсә, был “өҫтәмә түләүҙәргә хоҡуҡ алыусы ғаиләләр һанын бер ярым тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк, дәүләт ярҙамынан ғаиләләрҙең 70 проценты тирәһе файҙалана аласаҡ”. Яңы тәртипте 2020 йылдың 1 ғинуарынан индереү планлаштырыла;
– 2019 йылдың 1 июленән инвалид балаларҙы һәм бала саҡтан беренсе төркөм инвалидтарын ҡараған өсөн пособиеларҙы 5,5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем арттырыу;
– балалы ғаиләләргә һалымдар йөкләмәһен кәметеү. Был турала Владимир Путин бына нимә тине:
“Принцип бик ябай булырға тейеш: балалар күберәк булған һайын – һалымдар аҙыраҡ. Күп балалы ғаиләләр өсөн күсемһеҙ милеккә һалым буйынса федераль льготаны арттырырға тәҡдим итәм. Өҫтәмә рәүештә һәр балаға фатирҙарҙа 5-әр квадрат метрҙы һәм өйҙәрҙә 7-шәр квадрат метрҙы һалымдан азат итергә”.
Ипотека тураһында
Ғаиләләргә ярҙам итеүҙең тағы бер сараһы итеп дәүләт башлығы ипотека буйынса ставкаларҙы 9 процентҡа тиклем, шунан 8 һәм унан да түбәнерәк процентҡа кәметеүҙе атаны. Бынан тыш, Президент балалы ғаиләләр өсөн субсидияланған ипотека буйынса льготалы шарттарҙы тәүге 3-5 йылында ғына түгел, ә уны түләп бөткәнсе һаҡлап ҡалдырырға тәҡдим итте.
Ә бына өс балаһы булған ғаиләләр ғәмәлдә 450 мең һум күләмендә икенсе әсәлек капиталы аласаҡ тигәндә лә була. Сөнки Президент уларҙың ипотека буйынса бурыстарын нәҡ шундай суммаға ҡапларға ҡушты. Өҫтәүенә был социаль түләүҙе улар 2019 йылдың 1 ғинуарынан ала башлай. “Әгәр әсәлек капиталы менән ҡушһаң (уны ла ипотеканы ҡаплауға тотонорға була), 900 мең һумдан ашыу килеп сыға. Күп төбәктәрҙә был фатир хаҡының ҙур ғына өлөшөн тәшкил итә”.
Владимир Путиндың һүҙҙәренсә, бындай өҫтәмә социаль ярҙам сараларына бюджетта аҡса бар. Быйыл уҡ бының өсөн өҫтәмә рәүештә 26,2 миллиард һум, 2020 йылда – 28,6 миллиард һум, 2021 йылда 30,1 миллиард һум талап ителәсәк.
Президент шулай уҡ берҙән-бер торлағын ипотекаға алған һәм эшһеҙ ҡалған граждандарға ипотека каникулы биреү мәсьәләһен дә хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
Социаль контракт тураһында
Владимир Путин ауыр хәлдә ҡалған граждандарға федераль кимәлдә өҫтәмә ярҙам күрһәтеү сараларын индерергә тәҡдим итте. Дәүләт башлығының һүҙҙәренсә:
“Дәүләт кешеләргә ярҙам күрһәтергә, ауыр тормош хәленән сығырға ярҙам итергә тейеш. Беҙҙең ҡайһы бер төбәктәребеҙҙең тәжрибәһе был йүнәлештә һөҙөмтәле эшләп булыуын күрһәтә. Ул төбәктәрҙе атап китәм: улар Калуга, Ульяновск, Томск, Волгоград, Түбәнге Новгород өлкәләре, Рәсәйҙең тағы бер нисә төбәге”.
Был проекттың асылы шунда: дәүләт граждандарға эшкә урынлашырға һәм квалификацияһын арттырырға ярҙам итә. Бының өсөн уға ярҙамсы хужалығын йәки ҙур булмаған үҙ эшен ойоштороуға, шулай уҡ яңынан уҡып сығыуға аҡса бүленә. Кеше, үҙ сиратында, индивидуаль программа буйынса үҙенә йөкләмәләр ала. Башҡа илдәрҙә бындай системаны ҡулланыуҙың ыңғай тәжрибәһе бар. Дәүләт башлығы әйткәнсә: “Үҙенең тормошон ысынлап та үҙгәртергә ынтылғандар өсөн социаль контракт быны эшләргә мөмкинлек бирә”.
Пенсиялар тураһында
Мөрәжәғәтнамәһенең пенсия реформаһына арналған өлөшөндә Владимир Путин, вәғәҙә ителгән өҫтәмәләрҙе Рәсәй пенсионерҙарының бөтәһе лә алмаған, тип билдәләне.
“Һөҙөмтәлә пенсияға өҫтәмә бөтөнләй юҡ, йә ул кеше өмөт иткәндәгенән күпкә кәмерәк булып сыҡҡан, – тине дәүләт башлығы. – Һәм күп кешеләр хаҡлы рәүештә үҙҙәрен алданған тип тоя. Бында, залда, күптәр нимә хаҡында һүҙ барыуын аңлайҙыр, моғайын. Беҙ бит йә төбәк бюджетынан, йә федераль бюджеттан пенсионерҙың йәшәү минимумына тиклем өҫтәп түләп килдек. Индексациялағас, пенсия йәшәү минимумы менән тигеҙләшкән йә уны артып киткән. Өҫтәмә түләүҙәрҙе туҡтатҡан да ҡуйғандар, бына шул ғына”.
Президент был ғәҙелһеҙлекте кисекмәҫтән төҙәтергә – пенсияларҙы ҡайтанан иҫәпләп кенә ҡалмай, пенсионерҙарға улар тәүге ике айҙа алып еткермәгән сумманы ҡайтарырға ҡушты.
“Быйылдан башлап пенсияларҙы һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе индексациялау теләһә ҡайһы осраҡта ла пенсионерҙың йыл һайын билдәләнеүсе йәшәү минимумы кимәленән юғары булырға тейеш. Йәғни дәүләт тәүҙә пенсияны йәшәү минимумына тиклем еткерергә, шунан һуң ғына пенсияның үҙен һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе индексацияларға тейеш”.
Артабан Президент һаулыҡ һаҡлау, паллиатив ярҙамды ойоштороу һәм “сүп-сар реформаһы” тураһында һөйләне. Хеҙмәттең сифатын яҡшыртмай тороп, сүп-сарҙы сығарған өсөн хаҡты былай ғына күтәрергә ярамай, тине ул. Президент сүп-сарҙы сығарыу һәм эшкәртеү өсөн яуаплы ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә контроль ойошторорға ҡушты.
“Ауыл табибы” һәм
“Ауыл уҡытыусыһы”
программалары тураһында
Владимир Путин ауыл ерендә мәғарифты һәм медицинаны үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне. Ошоға бәйле ул “Ауыл табибы” дәүләт программаһын киңәйтергә һәм унда өлкән йәштәге табиптарҙы ла индерергә; 2020 йылдан шуға оҡшаш “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын башларға ҡушты. Был программа буйынса ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә барырға теләгән педагогтар бер тапҡыр миллион һум күләмендә аҡса аласаҡ.
Иҡтисад тураһында
Рәсәй иҡтисадын үҫтереүҙе тотош алғанда, Владимир Путин Хөкүмәткә һәм РФ Үҙәк банкына түбәндәгеләрҙе эшләргә ҡушты:
– инфляцияның маҡсатлы күрһәт-кестәренә ҡабат инергә;
– яңы технологиялар, конкуренцияға һәләтле тармаҡтар булдырыу нигеҙендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арта барған темп менән үҫтереүҙе тәьмин итергә;
– 6 йылда сеймал булмаған экспортты бер ярымдан ашыу тапҡырға арттырырға;
– инвестициялауҙы арттырыу өсөн эшлекле мөнәсәбәттәрҙе һәм милли юрисдикцияның сифатын яҡшыртырға. 2020 йылда уҡ инвестициялар күләме 6-7 процентҡа артырға тейеш;
– иҡтисадты үҫтереү өсөн инфраструктура сикләүҙәрен бөтөрөргә.
“Заказдар алыу мөмкинлеге (һәр хәлдә үҙебеҙҙең, милли компаниялар өсөн) тиң булырға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – Үҙҙәренең һәләтлелеген көсөргәнешле эштәре һәм һөҙөмтәләре, үҙгәрергә, алдынғы технологияларҙы индерергә һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға, иң яҡшы, конкурентлы тауар тәҡдим итергә әҙер булғандар еңергә тейеш”.
Владимир Путин шулай уҡ бизнесты нигеҙһеҙ енәйәти эҙәрлекләүҙе туҡтатырға кәрәклеген хәтергә төшөрҙө һәм махсус ресурс булдырырға ҡушты. Был ресурс ярҙамында эшҡыуарҙар бизнесты ҡыҫыуҙары тураһында мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа еткереп кенә ҡалмай, мәсьәләне асылы буйынса ҡарауға өлгәшә алыр ине. Күҙәтеү органдарына шулай уҡ контроль-күҙәтеү эшмәкәрлегенең хоҡуҡи базаһын ҡайтанан ҡарап сығырға, бизнесты иҫкергән норматив-хоҡуҡи акттарҙан ҡотолдорорға ҡушылды.
“Әйҙәгеҙ, ысынлап та йомғаҡ яһайыҡ та, 2021 йылдың 1 ғинуарынан хәҙерге ваҡытта контроль, күҙәтеү өлкәһендә булған бөтә норматив акттарҙы, төбәктәрҙең ведомство бойороҡтарын, хаттарын һәм инструкцияларын көсөнән сығарайыҡ, – тине Президент. – Ҡалған ике йыл эсендә (алда ике йыл бар) эшлекле йәмәғәтселек ҡатнашлығында норматив базаны яңыртырға, хәҙерге заман талаптарына яуап биргән документтарҙы ғына ҡалдырырға, башҡаларын архивҡа тапшырырға кәрәк”.
Артабан дәүләт башлығы күләмле инфраструктура, технологик, һанлы һәм башҡа проекттар тураһында һөйләне, тышҡы сәйәсәткә, атап әйткәндә, АҠШ менән мөнәсәбәттәргә ҡағылды, шулай уҡ, традиция буйынса, яңы төр ҡоралдар тураһында һөйләне.
Ф.МОРТАЕВ әҙерләне.
Читайте нас: