Башҡортостан Республикаһы территорияһында 2019 йылдың ғинуар айында 16 йәше тулмағандар ҡатнашлығында 39 юл-транспорт фажиғәһе булды. Һөҙөмтәлә 1 бала үлде, 43-ө төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәте алды.
Һәр алтынсы юл-транспорт фажи-ғәһендә бала үҙе ғәйепле.
Йылайыр районында был осорҙа бер баланың (пассажирҙың) ғүмерен өҙгән 1 юл-транспорт фажиғәһе теркәлде.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, балаларҙы урамда һәм юлда үҙҙәрен нисек тоторға өйрәтеү, траспорт мөхитенә күнектереү, шулай уҡ уларҙы траспортта алып йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоуға ҡаршы профилактик эштәрҙе көсәйтеү маҡсатында яҙғы каникул алдынан һәм каникул ваҡытында – 18 марттан 5 апрелгә тиклем – Йылайыр районының дәүләт автоинспекцияһы мәғариф бүлеге менән берлектә район территорияһында “Иғтибар – балалар!” тип аталған профилактик сара үткәрә.
Юл-патруль хеҙмәткәрҙәре водителдәр сос-тавы менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү буйынса эште көсәйтә.
Шулай уҡ мәктәп автобустарының техник торошо Техник регламентҡа тап килеү-килмәүе, водителдәрҙең рейс алдынан мотлаҡ медицина тикшереүен үтеү-үтмәүе һәм юлға сығыр алдынан автобустарҙың техник торошон ҡарау-ҡарамауҙары ҡаты контролгә алынасаҡ.
Руль артына ултырған ата-әсә хәүефһеҙлек ҡайыштарын мотлаҡ эләктерергә, автомобиль салонында бәләкәй балаларын алып йөрөгәндә улар өсөн махсус автокреслолар ҡулланырға кәрәклеген онотмаһын ине.
Балаларығыҙҙың өҫ кейемендә һәм портфелендә яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементтар булыуын хәстәрләгеҙ. Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында тап шул элементтар водителгә йәш йәйәүлене алыҫтан уҡ күрергә ярҙам итә.
Бала менән урам аша үткәндә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Киләсәктә бала юл аша сыҡҡанда тап һеҙҙеңсә эшләйәсәк, шуға ла уға яҡшы үрнәк күрһәтегеҙ.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йылайыр районы буйынса