Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
25 Апрель 2019, 17:47

Халыҡ менән бергә булыу – ваҡиғалар уртаһында ҡайнау ул

Депутат эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәре булып һайлаусылар менән тығыҙ аралашыу һәм үҙ округыңдың тормошонда әүҙем ҡатнашыу тора. Район-ҡалалар буйлап сәфәрҙәргә сығыу, урындарҙа ҡабул итеүҙәр ойоштороу – депутаттан ярҙам өмөт итеп килеүсенең шәхси проблемаһын хәл итеү генә түгел ул, ә парламентарийҙың эшмәкәрлегендә халыҡ мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән яңы закондар ҡабул итеү өсөн ныҡлы нигеҙ булдырыу . Бары тик йәнле аралашыу аша ғына теге йәки был ҡануниәттең практик ҡулланылышы хаҡында фекер йөрөтөргә була. “Депутат – һайлаусы” бәйләнеше даими һәм өҙлөкһөҙ эшләргә тейеш. Ошо көндәрҙә беҙҙең районда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров булып китте.

Депутат эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәре булып һайлаусылар менән тығыҙ аралашыу һәм үҙ округыңдың тормошонда әүҙем ҡатнашыу тора. Район-ҡалалар буйлап сәфәрҙәргә сығыу, урындарҙа ҡабул итеүҙәр ойоштороу – депутаттан ярҙам өмөт итеп килеүсенең шәхси проблемаһын хәл итеү генә түгел ул, ә парламентарийҙың эшмәкәрлегендә халыҡ мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән яңы закондар ҡабул итеү өсөн ныҡлы нигеҙ булдырыу . Бары тик йәнле аралашыу аша ғына теге йәки был ҡануниәттең практик ҡулланылышы хаҡында фекер йөрөтөргә була. “Депутат – һайлаусы” бәйләнеше даими һәм өҙлөкһөҙ эшләргә тейеш.
Ошо көндәрҙә беҙҙең районда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров булып китте.
Эш сәфәре барышында башта ул Ҡашҡар төп белем биреү мәктәбенә барҙы. Район хакимиәте башлығы И.Л. фәтҡуллин оҙатыуында депутат белем биреү усағының эшмәкәрлеге менән танышты, уҡыу бүлмәләренә инеп сыҡты, уҡытыусылар коллективы менән аралашты, балалар өсөн ойошторолған дәрестән тыш саралар, түңәрәктәр менән ҡыҙыҡһынды. Артабан Зариф Закир улы мәктәп музейына инеп сыҡты. Уҡытыусылар һөйләүенсә, мәктәп музейы – ҡомартҡыларҙы, данлы үткәнебеҙ тураһында хәтер һаҡлаусы ғына түгел, шулай уҡ тематик осрашыуҙар, күргәҙмәләр ойоштороу урыны булып та хеҙмәт итә. Билдәле яҡташтары тураһында ла бик күп мәғлүмәт тупланған бында. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры, тәржемәсе һәм журналист Төхфәт Моратов һәм уның ҡустыһы – педагог, журналист, яҙыусы Әмир Моратовтың тормош һәм ижад юлы тураһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы М.Ғ. Нәҙерғолова бик матур итеп һөйләне.
Артабан Зариф Закир улы мәктәптең спорт залын ҡараны. Депутат Рәсәйҙә 2014 йылдан алып “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан “Балалар спорты” проекты тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне. Ошо ваҡыт арауығында илебеҙҙәге 5 мең тирәһе ауыл мәктәбенең спорт залдары төҙөкләндерелгән, спорт кәрәк-ярағы, ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
– Проект беҙҙең республика, шул иҫәптән Йылайыр районы өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡыусылар спорт залдарында уҡыу йылы дауамында шөғөлләнә. Ауыл балалары ҡалалағы кеүек уңайлыҡтарҙан файҙаланырға тейеш, улар өсөн заманса шарттар тыуҙырыу зарур. Был ауылда өр-яңы спорт клубтары, спорт секциялары асыуға, физкультураны һәм спортты үҫтереүгә булышлыҡ итә, – тине Зариф Закир улы. – Шуныһы ҡыуаныслы, был проектты дауам итеү өсөн быйыл да байтаҡ ҡына аҡса бүленде (Рәсәй буйынса дөйөм сумма 1,455 млрд һум). “Балалар спорты” проекты буйынса һеҙҙең районла ла уңышлы ғына эш алып барыла. Былтыр, мәҫәлән, дөйөм тырышлыҡ менән Иван-Ҡыуалат урта мәктәбенең спорт залы ремонтланһа, быйыл Ҡашҡар мәктәбенеке төҙөкләндерәләсәк тип күҙаллана. Әлбиттә, бындай ҡыуаныслы хәбәрҙе уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа шатланып ҡабул итте.
Артабан Зариф Закир улы Ҡашҡар мәктәбенең быйылғы сығарылыш уҡыусылары менән бергә (ә улар быйыл етәү) белем усағы территорияһында ағас үҫентеләре ултыртты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 апрелдән алып 20 майға тиклем Башҡортостанда ағас ултыртыу айлығы бара. Республика Хөкүмәте ошо турала бойороҡ сығарҙы.
Ағас ултыртыу айлығы һәм “Йәшел Башҡортостан” берҙәм республика акцияһы төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы ойошторола. Сараның төп маҡсаты – урманға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, йәмғиәттең иғтибарын урман ресурстарын һаҡлауға, тергеҙеүгә йәлеп итеү. Айлыҡ барышында ауыл, ҡалаларҙа ағас ултыртыу буйынса күмәк акциялар үткәреләсәк.
Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнөндә “Ғүмер ағасы”, “Хәтер урманы” кеүек саралар ойоштороу, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған иҫтәлекле аллеялар асыу күҙаллана.
Айлыҡты үткәреү өсөн 120 урман участкаһы бүленгән. Уларҙа бөтәһе 1 миллион 600 меңдән ашыу ағас ултыртыу ҡарала.
Был йүнәлештә әүҙем эш беҙҙең районда башланған да инде. З.З. Байғусҡаров килгән көндө, мәҫәлән, район хакимиәте Йылайырҙың предприятие-ойошмалары менән берлектә ағас ултыртыу буйынса ҙур өмә үткәрҙе. Йылайыр урмансылығының Шар участкаһында 4,9 гектар майҙанда 20 мең төп ҡарағай үҫентеһе ултыртылды.
Әйткәндәй, майҙанының күпселек өлөшөн урман тәшкил иткән беҙҙең район ағас ултыртыу сараларында йыл да алдынғылар рәтендә. Был юлы ла күмәк эшкә һәр кем ҙур теләк менән сыҡты. Бар ғүмерен урман хужалығына бағышлаған хеҙмәт ветераны Григорий Семенович Кашин, мәҫәлән, бер генә өмәнән ситтә ҡалмай.
– Урман ултыртыу – киләһе быуындар тураһында хәстәрлек күреү ул, – ти Григорий Семенович. – Беҙҙең төп байлығыбыҙ урманды һаҡлау, тергеҙеү буйынса бик күп эштәр башҡарылыуы – ҡыуаныслы күренеш. Беҙҙең эшебеҙҙе дауам итерҙәй лайыҡлы вариҫтарыбыҙ булыуына сикһеҙ шатмын.
Шулай итеп, берҙәм эш ырамлы ғына барҙы. Аҙаҡ барыһы ла тәмле бутҡа менән һыйланды, депутат менән һөйләшеү сәй эскән ваҡытта ла дауам ителде. Зариф Закир улы урманда ҡоро-һарына йыйыу буйынса ҡабул ителгән яңы закондың үтәлеше, суррогат алкоголь менән һатыу итеүселәргә ҡаршы көрәште йәнләндереү буйынса нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләне, йыйылыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, теләк-тәҡдимдәрен иғтибар менән тыңланы.
Эш сәфәре аҙағында З.З. Байғусҡаров граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.
Ә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы беҙҙең районда артабан да дауам ителәсәк әле.
З.Һиҙиәтова.
Б. Солтанов фотолары.
Читайте нас: