Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
13 Июнь 2019, 19:43

Төп документ ҡулдарҙа

Милли берҙәмлекте, быуындар күсәгилешлеген, Ватаныбыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн дөйөм яуаплылыҡты кәүҙәләндергән Рәсәй көнө бар тарафтарҙа, шул иҫәптән беҙҙең районда ла киң билдәләнде. Матур йола буйынса был иҫтәлекле көндө район хакимиәтендә 14 йәше тулған бер төркөм үҫмерҙәргә тантаналы шарттарҙа Рәсәй граждандарының төп документы – паспорттар тапшырылды. Был яуаплы миссияны район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин атҡарҙы.

Йыйылыусыларҙы Рәсәй көнө менән тәбрикләргә район ойошмалары һәм предприятиелары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, егет-ҡыҙҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға ата-әсәләре, мәғариф бүлеге вәкилдәре, уҡытыусылары ла килгәйне. Тантанаға саҡырылған уҡыусыларҙы тәбрикләп, Илгиз Лирман улы уларға артабан да уҡыуҙа, спортта һәм башҡа өлкәләрҙә яңынан-яңы уңыштарға өлгәшергә, Рәсәй гражданы исемен лайыҡлы йөрөтөргә тигән теләктәр теләне.
– Беҙ донъялағы иң ҡеүәтле һәм ҙур илебеҙ, уның бөйөк тарихы, үҙенсәлекле мәҙәниәте менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ һәм уртаҡ Ватаныбыҙ өсөн хеҙмәт итәбеҙ. Был йәһәттән йәштәргә инвестиция – тотороҡло киләсәгебеҙҙең нигеҙе. Беҙгә көндән-көн йылдамыраҡ үҫешкән иҡтисадыбыҙҙың һәр тармағында ла юғары квалификациялы, белемле белгестәр кәрәк. Шуның өсөн тырышып уҡығыҙ, өлкән апай-ағайҙарығыҙҙың өлгөһөндә матур тәрбиә алығыҙ, – тине Илгиз Лирман улы.
Йыйылыусылар өсөн ысын илһөйәрлек тойғоһон байрамға саҡырылған һуғыш хәрәкәттәре ветерандары кәүҙәләндерҙе. Районда йәшәүсе дүрт афғанлыға – Сәйфулла Абсатаров, Юнир Такалов, Сергей Трофимов һәм Николай Рыковтарға “40-сы армия тарафынан Афғанстанда бурыстарҙы үтәүҙе тамамлауҙың 30 йыллығы” тип аталған юбилей миҙалдары тапшырылды. Бүтән ветерандар ошондай уҡ миҙалдарҙы кискеһен үҙәк майҙанда үткән байрам сараһында алды. Рәсәй көнөндә тәбрикләнгән афғанлыларҙы һәм паспорт алған уҡыусыларҙы сәләмләп, район ветерандар советы рәйесе Н.И. Булавина Совет ғәскәрҙәренең Афғанстанға ни өсөн индерелеүе, был һуғыштың әһәмиәте тураһында бик ентекле һөйләне, йәш быуын өлөшөнә бындай ауыр һынауҙар башҡаса бер ҡасан да төшмәһен ине, тип теләне.
Зөбәржәт ҺИҘИӘТОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: