Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
20 Сентябрь 2019, 10:33

Күп функциялы үҙәк офисын яңыртты

Район үҙәгендә быға тиклем эшләп килгән Күп функциялы үҙәктең капиталь ремонттан һуң яңырып, үҙгәреп киткән офисын асыу тантанаһы булып үтте. Белеүегеҙсә, Күп функциялы үҙәктең эш принцибы – «берҙәм тәҙрә», йәғни граждандар тейешле ғариза менән Күп функциялы үҙәккә генә мөрәжәғәт итеп, һәр төрлө хеҙмәттәрҙе, әйтәйек бер нисә ведомствонан үҙенә кәрәкле справкаларҙы, бер урында ала ала. Уңаймы? Уңай.

Район үҙәгендә быға тиклем эшләп килгән Күп функциялы үҙәктең капиталь ремонттан һуң яңырып, үҙгәреп киткән офисын асыу тантанаһы булып үтте.
Белеүегеҙсә, Күп функциялы үҙәктең эш принцибы – «берҙәм тәҙрә», йәғни граждандар тейешле ғариза менән Күп функциялы үҙәккә генә мөрәжәғәт итеп, һәр төрлө хеҙмәттәрҙе, әйтәйек бер нисә ведомствонан үҙенә кәрәкле справкаларҙы, бер урында ала ала. Уңаймы? Уңай.
Беҙҙең районда Күп функциялы үҙәк 2015 йылдың ноябренән эшләп килә. Бында халыҡты хеҙмәтләндереү менән универсаль белгестәр эшләй, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙәктә күрһәтелгән 250 төр хеҙмәт буйынса ҡабул итә ала.
Офисты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин менән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе республика дәүләт автономиялы учреждениеһы (РГАУ МФЦ) директоры урынбаҫары Р.Р.Ғәлимханов ҡатнашты.
Г.Таһирова.