Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
10 Декабрь 2019, 13:00

Ҡалыпҡа һалынмаған яңы юридик ҡарарҙар кәрәк

Үткән аҙна аҙағында Өфөлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда “Хоҡуҡ һәм иҡтисад. Стратегик партнерлыҡ” Рәсәй юридик форумының пленар ултырышы уҙҙы. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

“Әлеге сарала ҡатнаш-ҡандарҙың күбеһе үҙ ғүмерен ҡануниәткә, тәртип һаҡлауға, дәүләткә һәм халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған. Быйыл беҙҙә тағы бер тантаналы сара – Башҡортостанда юридик ойошманың барлыҡҡа килеүенә 70 йыл. Минең өсөн дә ул әһәмиәтле дата: Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамланым, унда эшләнем, диссертация яҡланым. Бында ла Башҡорт дәүләт универ-ситетының Хоҡуҡ институты уҡытыусыларын күрәм – йәштәрҙе лә, оҙаҡ йылдар эшләгәндәрҙе лә. Юбилей менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ”, – тине төбәк етәксеһе.
Ул сығышында шулай уҡ республиканың әүҙем үҫешкән иҡтисадына ҡалып-ҡа һалынмаған яңы юридик ҡарарҙар кәрәк тип билдәләне. Радий Хәбиров иҡтисади эшмәкәрлек-те хоҡуҡи көйләүҙең мөһим әһәмиәткә эйәлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, коллегаларынан сағыу, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр көтөүен белдерҙе.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡо-ролтай рәйесе Константин Толкачев пленар ултырыштағы сығышында хоҡуҡ һәм иҡти-сад нисбәтенә күп яҡлы ҡараш барлығын белдерҙе.
"Бөгөн закондарҙы камиллаштырыу етеҙ бара һәм иҡтисади бәйләнештәрҙең ышаныслылығын, ғәҙеллелеген тәьмин итеп, хужалыҡ итеүсе субъекттар араһындағы мөнәсәбәттәрҙә сағыла, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлай, хәүефһеҙлекте, монополиялаштырыуға ҡаршы тороуҙы гарантиялай", – тине парламент рәйесе.
Быйыл Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яҙғы сессияла ҡырҡ ултырыш уҙғарып, уларҙа иҡтисад өлкәһенә ҡағылған иллегә яҡын закон проектын ҡараған. Мәҫәлән, инвестиция эшмәкәрлеге тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелә. Ҡануниәттәге был үҙгәреш республиканың инвестициялар йәлеп итеү һәләтен арттырыуға йүнәлтелгән.
Форумға ярашлы интеллектуаль уйындар ҙа ойошторолдо. Еңеүселәрҙе республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров бүләкләне. Кис иһә "Йыл юрисы" премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.
Читайте нас: