Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнәмәһе барышында шулай тине.Республика етәксеһе әйтеүенсә, алданған өлөшсөләр мәсьәләһе айырым иғтибар үҙәгендә ҡала. Беҙҙең граждандар араһынан намыҫһыҙ төҙөүселәрҙең нәфсеһе арҡаһында фатирһыҙ ҡалғандар булмай, тине Радий Хәбиров.