Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
20 Декабрь 2019, 13:50

Табиптарға тиҙерәк яҙылырға теләһәң

Хәҙерге заманда табиптарға яҙылыу ысулдары ябайлаштырыла. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Башҡортостанда табипҡа яҙылыуҙың биш ысулы бар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Контакт-үҙәге аша үҙаллы яҙылырға мөмкин, бының өсөн бушлай 1301 ҡыҫҡа номерына йә кеҫә, йә стационар телефондарынан шылтыратырға кәрәк. Интернет менән ҡулланыусылар Рәсәйҙең “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы (gosuslugi.ru), республиканың Берҙәм медицина порталы (doctor.bashkortostan.ru) йәки “Табипҡа” (“К врачу”) мобиль ҡушымтаһы аша яҙыла ала, быны тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында эшләргә мөмкин.

Ағымдағы йылда республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы табиптарға үҙаллы яҙылыу мөмкинлен киңәйтте, улар араһында тар йүнәлешле белгестәр, балалар табиптары бар. Ғөмүмән, пациент беренсе ҡабул итеүгә яҙылһа, артабан уның “электрон хәрәкәт”ен дауалаусы табип хәл итә ала, йәғни киләһе ҡабул итеүгә белгес ауырыуҙы үҙе яҙҙырыу мөмкинлеге булдырылған. Әгәр ҙә пациентҡа диагноз ҡуйыу өсөн махсуслаштырылған табип консультацияһы кәрәк икән, быны ла йүнәлтмә биреүсе табип башҡара, электрон сиратта ҡабул итеүҙең датаһын һәм ваҡытын билдәләй.
Үҙ аллы яҙылыу системаһының бихисап үҙенсәлектәре бар, нисек кенә булмаһын, ул табипҡа эләгеүҙе тиҙләтә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа пациенттың хәл-торошо баһалана: әгәр уға ашығыс медицина ярҙамы талап ителә икән (киҫкен ауырытыу, хроник сирҙең әүҙемләшеүе, йәрәхәтләнеү һәм башҡалар), сирлегә медицина учреждениеһына килеү кәңәш ителә, ул унда тейешле ярҙам аласаҡ. Башҡа осраҡтар планға ярашлы тип билдәләнә һәм табипҡа яҙылып, 14 көн эсендә эләгеү мөмкинлеге бар.
Унан тыш, табиптарға эләгеү ихтималлығын арттырыу өсөн пациентты көтөү буйынса электрон сиратҡа яҙҙырыу техник мөмкинлеге булдырылған. Мәҫәлән, табипҡа яҙылыу өсөн буш бирка табылмаһа, кешене система эсендәге электрон көтөү сиратына ҡуялар, бәйләнеш өсөн мәғлүмәт алып ҡалалар. Буш урын килеп сығыу менән пациентҡа медицина учреждениеһының регистратура хеҙмәткәрҙәре күрһәтелгән телефондан шылтыраталар һәм табипҡа яҙылыу мөмкинлеге барлығын, уның ниндәй көнгә һәм ваҡытҡа икәнлеген хәбәр итәләр.
“Башҡортостан” гәзите
Читайте нас: