Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
10 Апрель 2020, 17:04

Граждандарға ярҙамға – электрон сервистар

Нисек итеп өйҙән сыҡмай ғына дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланырға – был һорауға суд приставтары хеҙмәте ентекле аңлатма бирә.

Бөтә дәүләт ведомстволары, шул иҫәптән суд приставтары хеҙмәте лә, граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙе ваҡытлыса сикләне. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең (ФСПХ) Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы ошо сикләүҙәр осоронда булған бурыстарҙы түләү һәм башҡарыу эштәренә ҡағылышлы һорауҙарға яуап алыу өсөн ниндәй сервистарҙан файҙаланып булыуын иҫегеҙгә төшөрә.
Башҡарыу эштәренең мәғлүмәттәр банкы
Унда теләге булған һәр кем үҙенең ниндәй бурысы булыуы һәм уны түләү ысулы тураһында белешә ала. Бының өсөн Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы сайтын асып, (http://r02.fssprus.ru) “Сервисы” бүлегенә инергә һәм “Банк данных исполнительных производств” тигәнгә баҫырға, шунда исем-фамилияңды, предприятиеның атамаһын йәки башҡарыу эшенең номерын индерергә кәрәк – экранда башҡарыу эше буйынса бөтә мәғлүмәт күренәсәк. Бурысың тураһында мәғлүмәтте шулай уҡ Android, iOS һәм WindowsPhone мобиль операция системалары өсөн ҡушымта ярҙамында алырға була. Уны Androidҡа – GooglePlay ярҙамында, iPoneға AppStore ярҙамында ҡуйыу өсөн эҙләү системаһында “ФССП” һүҙен йыйырға кәрәк (тырнаҡтарһыҙ). Был ҡушымталарҙы файҙаланып, башҡарыу эштәре буйынса бурысың булыу-булмауын белешеп торорға һәм, әгәр булһа, уны суд приставтарына бармай ғына ваҡытында түләп ҡуйырға мөмкинлек бирә.
Шәхси кабинет һәм Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы
Был интернет-сервис эштең барышы тураһында ентекле мәғлүмәт алырға һәм суд приставтарына электрон формала ғариза, үтенес ҡағыҙы (ходатайство) йәки ялыу менән мөрәжәғәт итергә ярҙам итәсәк. Был сервистағы процессуаль документтар менән эшләү өсөн Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталында (https://www.gosuslugi.ru) теркәлергә һәм “Шәхси кабинет”та подписка тултырырға кәрәк. Шунан һуң ғына һеҙгә башҡарыу эшенә ҡағылышлы бөтә процессуаль документтар менән танышыу; мәғлүмәт алыу; суд приставтарына ғаризалар ебәреү; уларға яуап алыу, документтарҙың күсермәләрен һорау һәм башҡа хеҙмәттәр асыласаҡ.
Суд приставтары менән бәйләнешкә инеүҙең бүтән ысулдары
Граждандарҙың бөтә мөрәжәғәттәрен Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының интернет-ҡабул итеү бүлмәһе (интернет-приемная) аша алыу ҙа дауам итә. Ул ведомствоның рәсми сайтында урынлашҡан: http://r02.fssprus.ru/ir/.
Яҙма хәбәрҙәрегеҙҙе шулай Өфөлә суд приставтары идаралығы бинаһының беренсе ҡатында һәм суд приставтарының район бүлектәрендә ҡуйылған махсус почта йәшнигендә ҡалдыра алаһығыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: счеттарҙа булған аҡсаны тотоп ҡалыу тураһындағы ҡарарҙарҙы юҡҡа сығарыу буйынса мөрәжәғәттәрҙе һәм оператив хәл итеүҙе талап иткән бүтән мәсьәләләрҙе ҡарау ваҡыты ҡыҫҡартылды. Бынан тыш, бындай төр мөрәжәғәттәр буйынса тағы бер бәйләнеш каналы асылды: (8-347) 272-16-46 телефоны.
Суд приставтары идаралығының һәм район бүлектәренең почта һәм электрон адрестары, телефон номерҙары идаралыҡ сайтының “Контакты” бүлегендә ҡуйылған: http://r02.fssprus.ru/contacts/.
Ҡыҫҡаһы, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығына һәм уның райондарҙағы бүлектәренә мөрәжәғәт итеү өсөн электрон һәм телефон бәйләнеше мөмкинлектәрен күберәк файҙаланығыҙ. Бының өҫтөнлөгөн һәм уңайлығын шунда уҡ күрерһегеҙ.
ФСПХ-ның БР буйынса идаралығының киң мәғлүмәт саралары менән эшләү бүлеге.
Читайте нас: