Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
1 Ғинуар 2021, 02:00

Күп функциялы үҙәк эште еңелләштерә

2012 йылда Башҡортостанда граждандарға комплекслы муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәр барлыҡҡа килде.

Бындай үҙәктәр ойошторолғас, граждандар төрлө дәүләт учреждениеларының хеҙмәттәренән – ғариза биреүҙән башлап башҡарма йәки башҡа төрлө орган ҡарарҙарының һөҙөмтәләрен алыуға тиклем – бер урында файҙаланырға мөмкинлек алды. Бының өсөн уларға тейешле ғариза менән күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә генә ҡала: «берҙәм тәҙрә» принцибын ҡулланғанда һәр төрлө хеҙмәтте бер урында күрһәтеп була ла инде. Был, үҙ сиратында, һәр төрлө ведомстволар эшмәкәрлегенең сифатын күтәрергә һәм эш һөҙөмтәһен көтөү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә. Тәүге йылдарҙа Күп функциялы үҙәктәр ҙур ҡалаларҙа ғына булһа, бөгөн улар республика райондарында ла уңышлы ғына эшләп килә. Мәҫәлән, беҙҙең районда ул 2015 йылдың ноябрендә асылды.

Үткән аҙнала район хакимиәтендә Күп функциялы үҙәктәрҙең территориаль дирекцияһы етәксеһе Р.Б. Исҡаков ҡатнашлығында республика дәүләт автономлы учреждениеның эш йомғаҡтарына арналған кәңәшмә уҙҙы. Уның эшендә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.С. Солтанов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы С.В. Парфенова, Күп функциялы үҙәктең Йылайыр ауылындағы бүлексәһе етәксеһе С.И.Такалов, БР Ер һәм мөлкәт министрлығынының Йылайыр районы буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесе Р.Р. Хәйруллина ҡатнашты.

– Күп функциялы үҙәктә 189 төр хеҙмәт күрһәтелә. Уларҙың 13-сө муниципаль хеҙмәттәр булһа, ҡалғаны – дәүләт хеҙмәттәре. 2016 йылда Күп функциялы үҙәктең Йылайыр ауылындаға бүлексәһе белгестәре тарафынан 6411 төр хеҙмәт күрһәтелде, – тине үҙенең сығышында С.И. Такалов.

Муниципаль хеҙмәттәр буйынса мөрәжәғәт итеүселәр һаны ла артҡан. Был өлкәлә 110 төр хеҙмәтл күрһәтелгән. Федераль һалым инспекцияһы хеҙмәттәре буйынса 38 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Дәүләт хеҙмәттәре порталына граждандарҙы теркәү буйынса 245 мөрәжәғәт теркәлгән. Йыл дауамында ай һайын Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре Росреестр белгестәре менән берлектә ауыл биләмәләрендә халыҡты ҡабул итеү ойошторған.

Отчет докладының аҙағында Самат Ильяс улы Күп функциялы үҙәктең эш ваҡыттары менән таныштырҙы:

– Район граждандарының иҫенә төшөрәбеҙ: Йылайыр ауылындағы Күп функциялы үҙәк бүлексәһе граждандарҙы шишәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 7-гә тиклем ҡабул итә. Кесе йома көнө сәғәт 9-ҙан 11-гә ҡәҙәр, планға ярашлы, белгестәрҙе уҡытыу ҡаралған, был көндө граждандарҙы ҡабул итеү 11-ҙә башланып, киске 8-гә тиклем дауам итә. Шәмбе көнө үҙәк иртәнге 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем асыҡ, төшкө ялға туҡталмайбыҙ. Йәкшәмбе һәм дүшәмбе – ял көндәре.

Читайте нас