Ауыл уттары
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
9 Апрель 2021, 13:43

Премия аҡсаһына автомобиль алдылар

Улар 3-сө урын алғайны

Былтыр октябрь айында Иван-Ҡыуалат ауыл хакимиәте биләмәһе «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсының «Муниципаль берәмектә йәшәүселәр менән һөҙөмтәле «кире бәйләнеш» булдырыу, территориаль йәмәғәт үҙидара ойоштороу, уның эшмәкәрлегенә халыҡты йәлеп итеү» номинацияһында өсөнсө урын алғайны.
Әлеге конкурс урындағы үҙидара органдарының әүҙемлеген арттырыу, муниципаль мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм идара итеүҙе ойоштороу буйынса урындағы үҙидәрә органдары эшмәкәрлегенең иң яҡшы тәжрибәһен асыҡлау, дәртләндереү һәм таратыу өсөн үткәрелә.
Конкурста беренсе урын яулаған муниципалитеттар Башҡортостан хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премиялары менән бүләкләнде. Премия аҡсалаһы ҡала төҙөү сәйәсәте, халыҡтың йәшәйеше өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү буйынса саралар башҡарыуға сарыф ителергә тейеш.
Ошо көндәрҙә конкурста алынған аҡсаға ҡыуалаттар «Lada Niva Travel» автомобиле алып ҡыуанды. Был автомобиль ауыл биләмәһе мәнфәғәтендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер тигән теләктә ҡалабыҙ.
Читайте нас: