Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бушлай өҫтәмә белем

Быйыл Башҡортостанда мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған 50 йәштән ололар, декрет ялында булған йәки мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар эшкә урынлашыу өсөн бушлай өҫтәмә белем ала аласаҡ.

Был мөмкинлек ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған Worldskills программаһы буйынса булдырыла.
Әлеге ваҡытта 170 төрлө йүнәлеш буйынса уҡырға мөмкин, уларҙың күбеһе – эшсе һөнәрҙәр. Уҡыуҙар көндөҙгө, ситтән тороп һәм дистанциялы алымдарҙа ойошторола.
Рәсәй Хөкүмәтенең 2021 йылдың 13 мартындағы 369-сы ҡарарына ярашлы, йыл һайын ил буйынса “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты сиктәрендә кәм тигәндә 115 мең кешене һөнәри уҡытыу һәм өҫтәмә белем биреүгә йәлем итеү күҙаллана.
Фото: oblgazeta.ru
Читайте нас: