Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
4 Декабрь 2022, 21:55

Ҡот осҡос янғында 12 ат һәм ике үгеҙ янған

Янғын сәбәбе асыҡлана. 

Ҡот осҡос янғында 12 ат һәм ике үгеҙ янған
Ҡот осҡос янғында 12 ат һәм ике үгеҙ янған

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 3 декабрҙә иртән Дыуан районы Мәтәле ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән. Ваҡиға урынына Ярославо ауылы ирекмәндәре, шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килгән.

«Янғын тураһында һуңлап хәбәр итеү арҡаһында янғын подразделениелары килеп еткәндә шәхси хужалыҡ биләмәһендәге ағас/таҡта бина ҡыйығының бер өлөшө янған. Янғын һүндереүселәр 200 квадрат метр майҙанда янғынды һүндерә алды», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Янғын һөҙөмтәһендә 12 ат һәм ике үгеҙ һәләк булған. Зыян күргән кешеләр юҡ. Янғын сәбәбе асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй. 

 

фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: