Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
27 Ноябрь 2023, 16:35

ОСАГО буйынса түләү алыу маҡсатында бөтә документтарҙы онлайн ебәрергә мөмкин

Бының өсөн нимә кәрәк:

Юл-транспорт ваҡиғаһын европротокол буйынса рәсмиләштерҙегеҙме? Хәҙер страховка компанияһына барыу мотлаҡ түгел — ОСАГО буйынса түләү алыу маҡсатында бөтә документтарҙы онлайн ебәрергә мөмкин.

Бының өсөн нимә кәрәк:

Сығымды кире ҡайтартыу төрөнөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан — аҡсалата түләүме ул йәки транспортты ремонтлаумы — ғаризаны электрон рәүештә бирергә мөмкин. Иң яҡшыһы, юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң биш көн эсендә ғариза биреү зарур.

Страховка компенсацияһы тураһындағы ғаризанан тыш, раҫлаусы документтар ҙа беркетергә кәрәк:

⃣ юл-транспорт ваҡиғаһы тураһындағы хаттың сканы йәки, әгәр ул ҡағыҙҙа булһа — фотоһы, электрон төрҙә булһа — хаттың номеры,
⃣ транспортҡа ҡарата милекте раҫлаусы документ,
⃣ әгәр сығымдар булһа, шулар тураһында документтар,
⃣ аҡса күсереү өсөн банк реквизиттары.

Ғаризаға «Дәүләт асҡысы» ҡушымтаһында ҡул ҡуйырға кәрәк. Страховка компанияһы уны алғас, ғариза биреүсенең Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетына белдереү ебәрәсәк.

«Зыяндың күләмен, автомобилде урында ҡарап, йәки фото һәм видео аша дистанцион рәүештә баһаларға мөмкин. Икенсе осраҡта зыян күреүсенең һәм страховкалаусының үҙ-ара ризалығы талап ителә. Дәүләт хеҙмәттәре аша зыянды көйләүҙә ҡыйынлыҡтар булһа, тәү сиратта, үҙегеҙҙең страховка компанияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр был да мәсьәләне хәл итмәһә, Рәсәй Банкына мөрәжәғәт итергә мөмкин», — тип аңлата Рәсәй Банкы бүлексәһе - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк идарасыһы урынбаҫары Лилиә Яҡупова.

Шулай уҡ ҡарағыҙ:

Юл-транспорт ваҡиғаһын фотоға төшөрөү ОСАГО буйынса компенсацияны 4 тапҡырға арттырырға ярҙам итәсәк

Файҙалы мәғлүмәт — «Финанс мәҙәниәте» https://vk.cc/csGVLo

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: