Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ике төрле пенсия аласаҡтар

Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең инвалид балалары йәки бала саҡтан инвалидтар икеләтә пенсия алырға мөмкин.

Ике төрле пенсия аласаҡтар
Ике төрле пенсия аласаҡтар

Махсус хәрби операция буйынса эшсе төркөм Дәүләт Думаһына ошондай проект тәҡдим иткән. 

Әлеге көндә ул хөкүмәттең ыңғай һығымтаһын алған. Был хаҡта Федерация советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, махсус хәрби операция буйынса эшсе төркөм етәксеһе Андрей Турчак белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөн закон буйынса граждан бер генә пенсия алырға мөмкин, хатта уның бер нисә төрөнә нигеҙе булһа ла. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, блокадалы Ленинградта йәшәүселәр, космонавтар, һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата- әсәләре һәм тол ҡатындары һәм башҡа ҡайһы бер категориялар ғына бер юлы бер нисә пенсияға хоҡуҡлы.

«Беҙҙең закон проекты был исемлекте ата-әсәһенең береһе хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған инвалид балалар һәм бала саҡтан инвалидтар менән тулыландыра. Улар бер юлы инвалидлыҡ һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия алырға мөмкин», — тип яҙа Турчак үҙенең телеграм-каналында.

Сығанаҡ:https://henek.info/articles/novosti/2024-03-05/ike-t-rle-pensiya-alasa-tar-3669475?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=160399987

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: